Стык осрашыуҙары ла беҙҙекеләр өсөн уңышлы башланды. Улар ситтә “Ырымбур” клубы менән 2:2 иҫәбенә уйнап, үҙендә күпкә өҫтөнлөк яулағайны. Икенсе яуап осрашыуы ла беҙҙең файҙаға тамамлана барып, һөҙөмтәлә ҡунаҡтар һуңғы минутта еңеү голын индереп, өфөләрҙе түбәнге лигаға оҙатты. Шунан башланды ла инде үҙ-ара сыуалыштар... Барлы-юҡлы уйынсылар китеү яғын ҡараны һәм тренерҙар ҙа килешеүҙәрен оҙайтмай, һыпыртыуҙы хуп күрҙе.
Бына әле яңыраҡ, командаға баш тренер фазифаһына ике кандидат төҫмәрләнә башланы. Береһе “Сочи” клубының элекке тренеры Александр Точилин һәм Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы етәксеһе Михаил Галактионов. Әммә һуңғыһы менән “Түбәнге Новгород” командаһы ла ҡыҙыҡһыныуын белдергән.