Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2022, 10:43

Эдуард Латипов команданы икенсе урынға сығарҙы

Беренсе этапта йүгергән яҡташыбыҙ Антон Бабиковтың тәүҙә яҡшы ғына бара ине...

Эдуард Латипов команданы икенсе урынға сығарҙы
Эдуард Латипов команданы икенсе урынға сығарҙы

Италияның Анхольц ҡалаһында уҙған биатлон буйынса Донъя кубогының етенсе этабы бара. Бөгөн унда ир-егеттәр эстафетаһы үтте. Унда Норвегия командаһы беренсе урын алһа, икенсе урынға - Рәсәй командаһы, өсөнсө урынға Гемания командаһы сыҡты.

Бәйге беҙҙең команда өсөн бик көсөргәнешле үтте, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Уҙышты күҙәткәндә Рәсәй командаһы призлы урынға сығыр тигән өмөттө өҙгәйнек, әммә яҡтышыбыҙ Эдуард Латипов ихтыяр көсө күрһәтеп, икенсе булып финиш һыҙығын үтте!

Рәсәй йыйылма командаһы составында Антон Бабиков, Даниил Серохвостов, Александр Логинов, Эдуард Латипов йүгерҙе. Уларҙың һәр береһе оло һынауҙар аша үтте тип әйтергә мөмкин. Беренсе этапта йүгергән яҡташыбыҙ Антон Бабиковтың тәүҙә яҡшы ғына бара ине, әммә дистацияла саңғы таяғы һынды. Александр Логиновтың винтовкаһы менән ауырлыҡтар тыуҙы. Даниил Серохвостов та шәп йүгәреһә лә, ул да теүәл генә сәпкә тейә алманы. Әле генә коронавирус менән ауырып алған Эдуард Латипов хатта өҫтәмә кругҡа китте. Шулай итеп, еңеүҙе ҡулдан ысҡындырған кеүек инек, әммә Эдуард үҙен ҡулға алды һәм һуңғы дистанцияны яҡшы тиҙлектә үтеп, хатта икенсе булып финиш һыҙығын үтте.

Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар эстафетаһында ла беҙҙең ҡыҙҙар өҫтәмә дистанцияға йүгереп, икенсе урынға сыҡҡайны. Беҙҙең илдең командаһында Кристина Резцова, Ульяна Ниғмәтуллина, Светлана Миронова, Ирина Казакевич и Валерия Васнецова йүгерҙе. Дүртенсе этапта йүгергән Ульяна Ниғмәтуллина команданы икенсе урынға сығарҙы.

Алда Пекиндағы Олимпиада уйындары. Рәсәйҙең йыйылма командаһына уңыштар теләйбеҙ!

Фото:  Getty Images

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: