+2 °С
Облачно


2027 йылдың 1 февраленән әсәлек капиталы беренсе балаға – 778,5 мең һум, икенсеһенә 1 028,7 мең һум була (ғаилә беренсе бала өсөн алмаған осраҡта).
Беренсе бала 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған булһа, икенсе балаға өҫтәмә түләү 250,3 мең һумға тиклем арта.
Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 1 февралдән 30,4 мең һумғаса күтәрелә.
Был турала РФ хеҙмәт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Әйткәндәй, Башҡортостанда әсәлек капиталы буйынса ғариза дүрт көндә ҡарала.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-10-03/2027-yylda-s-lek-kapitaly-arta-4834293