Башҡортостан Башлығының “Хәрби хеҙмәт үткән кешеләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында”ғы указға үҙгәрештәр индерҙе. Ул документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйған республика халҡына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын август аҙағына тиклем оҙайтҡайны.
Контрактсыларға түләүҙәр күләме республикала 1 миллион һум тәшкил итә. Бөгөн МХО биләмәһендә хеҙмәт итергә теләүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме 1 700 000 һум тәшкил итә. Шуларҙың 1 300 000 һумы – республиканан, ҡалғандары федераль түләүҙәр.
Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.
Фото: "Армия мәҙәниәте көндәре" проектының матбуғат хеҙмәте үҙәгенән.