«Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие фактик инфляция кимәле буйынса индексациялана. Ошондай индексация 2023 йылдың 1 февраленән башҡарыла. Бюджет проектында ҡаралған индексацияны иҫәпкә алғанда, бер тапҡыр бирелә торған түләү 23 011 һум була. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса пособиелар күләме уҙған ике йылда страховкаланған эш хаҡы кимәленә бәйле. 2023 йылда ла түләүҙәрҙең максималь суммаһы арттырыла», – тиелә ведомство белдереүендә.
2023 йылда эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса максималь түләү түбәндәгесә булырға тейеш: 8 һәм унан күберәк страховка стажы – айына 83 204 һум, 5-8 йыл стаж – 66 564 һум, 5 йылға тиклем стаж – 49 923 һум.