Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
13 Ғинуар 2022, 16:01

Балалы ғаиләләр ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?

Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙ, түбәндәге мәғлүмәттәр менән танышығыҙ.  

Балалы ғаиләләр ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?
Балалы ғаиләләр ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?

Башҡортостанда балалары булған ғаиләләргә ташламалы ипотеканы ҡаплауҙы ябайлаштырҙылар. 2022 йылдан ипотека кредитын дәүләт ярҙамы иҫәбенә өлөшләтә ҡаплау өсөн ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин.

Граждандар порталда ғаризаны “Дом.рф” акционерҙар йәмғиәтенә шәхси кабинет аша ебәрә ала. Ғаиләләргә торлаҡ алғанда федераль бюджеттан субсидиялар бирелә. Йәмғиәт үҙе кредиторҙан ипотека кредитын алыу тураһындағы документтарҙы, бурыс күләмен һәм иҫәп реквизиттарын һораясаҡ. Әгәр вариант ниндәй ҙә булһа сәбәп менән ғаиләгә оҡшамаһа, улар кредит биргән банкка ҡағыҙ йәки электрон вариантта ипотеканы ҡаплау тураһындағы ғаризаны яҙа ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018  йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың  31 декабренә тиклем тыуған балалы ғаиләләрҙең льготалы ипотекаға хоҡуғы бар. Кредит буйынса ставка – йылына 6 процент, беренсе иғәнә - 15 процент, кредит биреү ваҡыты – 3-тән 30 йылға тиклем. Ташламалы ипотека ярҙамында әҙер йәки төҙөлгән фатир, йорт һатып алырға йәки өй һалырға мөмкин.

Был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы буйынса барлыҡҡа килгән “Демография” һәм “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекттары бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Был милли проекттар ғаиләләргә торлаҡ һатып алғанда йәки төҙөгәндә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Президент ҡушыуы буйынса ташламалы ипотека программаһы быйылғы йыл аҙағына тиклем оҙайтылды, ә уны бер балалы ғаиләләр рәсмиләштерә ала.

Әйткәндәй, Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар хоҡуҡтарын яҡлау фондының күҙәтеү советы ҡарары менән “Амрита” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө ҡалаһының Златоуст урамындағы 20-се йорт, 2-се төҙөлөш адресы буйынса фатир алғандарҙың хоҡуҡтары компенсация түләүҙәре юлы менән тергеҙеләсәк.

- Компенсация түләүҙәре өсөн федераль фонд 800 миллион һум бүлде, төбәк тә финанслаясаҡ, - тип хәбәр итте Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар хоҡуҡтарын яҡлау фондының генераль директоры вазифаһын башҡарған Олег Солтанов. – Төҙөлөштә ҡатнашыусылар талаптары реестрына ярашлы, компенсация түләүҙәрен 217 алданған өлөшсө аласаҡ. Яҡын арала ғаризаларҙы ҡарау башланасаҡ.

Ә Өфөләге Киров һәм Дим райондарында һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү дауам итә. Инженер селтәрҙәренең барлыҡҡа килеүе был биләмәнең киләсәкке үҫешенә булышлыҡ итәәск. Ағиҙел аръяғы – торлаҡ төҙөлөшө өсөн перспективалы майҙансыҡтарҙың береһе. Бында Затон, Дим биҫтәләре, 8 Март, Романовка, Ветошников, Башҡортостан сәскәләре ауылдары ҡарай һәм 10 миллион квадрат метр тирәһе торлаҡ төҙөү планлаштырыла.

Проектты ике этапта “Стимул” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыу ҡарала. Ул үҙ сиратында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” федераль проектына ҡарай. 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән программа сиктәрендә 23,4 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәргес, 27,5 километрлыҡ канализация коллекторын төҙөйәсәктәр. 2021 йылдан 2023 йылға тиклем финанслау күләме туғыҙ миллиард һум тәшкил итәсәк.

Айырым алғанда, һыу үткәргесте төҙөү барышында Ағиҙел, Дим йылғалары, АЗС һәм Яңы Рәсәй урамдарындағы Өфө - Дим юлы  аҫтынан 1760 погонлы метр бырауланған.

Фото: itssmolensk.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: