Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
10 Ғинуар 2022, 17:02

Эш хаҡы юғары булһа...

Башҡортостанға 10 миллиард һумлыҡ коммуналь техника кәрәк. Өфөнөң ихтыяжы – 4,5 миллиард һумлыҡ техника.  

Эш хаҡы юғары булһа...
Эш хаҡы юғары булһа...

Ҡыш етеп, күпләп ҡар яуа башлаһа, урамдарҙы унан ваҡытында таҙартыу мәсьәләһе килеп тыуа. Бында бер ни тиклем проблемалар бар. Улар тураһында бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаев һөйләне. Уның белдереүенсә, Башҡортостанға 10 миллиард һумлыҡ коммуналь техника кәрәк. Өфөнөң ихтыяжы – 4,5 миллиард һумлыҡ техника. Әммә министр белдереүенсә, ысынбарлыҡта бер кем дә был сумманы бер юлы алыуға өмөтләнмәй. 2022 йылға бюджет коммуналь техника алыуға 1,432 миллиард һум бүлеүҙе күҙаллай.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 1,032 миллиард һумды – ҡалаларға һәм район үҙәге ҡала булған райондарға, 400 миллион һумды ауыл муниципалитеттарына йүнәлтергә тәҡдим итә. Ә Өфө өсөн министрлыҡ ағымдағы йылда 500 миллион һум бүлергә тәҡдим итә, шул иҫәптән бәләкәй габаритлы техника һатып алыуға. Аҡса Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә планлаштырылған.

20 ғинуарға тиклем – техника һатып алыуға аҡсаны муниципалитеттарға еткереү, 30 мартҡа тиклем конкурс процедураларын тамамлау күҙаллана. 1 майға тиклем – йәйге, 1 июлгә тиклем ҡышҡы техника менән тәьмин итеү тамамланырға тейеш.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был пландарҙы раҫланы һәм 30 марттан һуң тендерҙы тамамлау тураһында доклад планлаштырырға ҡушты.

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә бәйле 2023 һәм 2024 йылдарҙа техниканы яңыртыуҙы дауам итергә кәрәк, тине Алан Марзаев. Өфөгә килгәндә, министр, ҡала юлдарын таҙартыу технологияһы буйынса Федераль юл агентлығы тәҡдимдәренә ярашлы, Өфөлә 2432 берәмек техника булырға тейеш, тип белдерҙе.

Ысынында иһә Өфөнөң урамдарҙы таҙартыу өсөн 528 берәмек техникаһы бар (нормативтан 22%). Уларҙан 404 машина ҡышҡыһын файҙаланыла. Өфөлә коммуналь техника уртаса 75 процентҡа туҙған. 404 машинаның 327-һе эш хәлендә, 77-һенә ремонт талап ителә. Водителдәр һәм урам һепереүселәр етмәү сәбәпле 130 берәмек техника буш тора – бындай ауыр эштә кешеләрҙе түбән хеҙмәт хаҡы ҡәнәғәтләндермәй.

Алан Марзаев билдәләүенсә, техника һатып алыу менән генә мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ, сөнки тәү сиратта эшсе ҡулдар етешмәй. Уның һүҙҙәренсә, Өфөләге урам-юл селтәрен тәртиптә тотоу өсөн штатта 2 434 кеше ҡаралған. Ысынында иһә 1 638 кеше эшләй (67%). Шул уҡ ваҡытта норматив буйынса ҡала өсөн штат 7 302 кешенән торорға тейеш. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы ҡалаға бюджетты грамоталы баһалау иҫәбенә коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырырға тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хакимиәте башлығы Сергей Грековҡа проблеманы тикшерергә һәм ике аҙнанан пландары хаҡында еткерергә ҡушты.

- Хеҙмәткәрҙәрҙе нисек йәлеп итергә мөмкин икәнлеге хаҡында уйлағыҙ. Был бик ауыр эш, шуға күрә дәртләндереү саралары кәрәк. Бәлки, ҡайҙалыр ятаҡ, торлаҡ, уҡытыу булыр, ҡайҙалыр эш хаҡын арттырырғалыр. Бында комплекслы эшләргә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.

Фото: mgazeta.com

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: