Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсеү
19 Май 2022, 17:35

“Игенсенең эше изге - Ерҙә икмәк үҫтерә”

Район баҫыу-ҡыр­ҙарында көн-төн техни­ка­лар, агрегаттар гөр­ләүе ишетелеп тора. Баҫыу эштәре менән танышыу өсөн “Үҙәк” МТС-ының Ҡыр­мыҫ­­ҡа­лы­лағы “Нива” филиалына юл тоттоҡ. Хужалыҡ эшсәндәрен, әлбиттә, эш мәлендә тап ит­тек. Улар сәсеү эштәрен тиҙ һәм ваҡытында атҡарып сы­ғыу өсөн тырыша ине.

“Игенсенең эше изге - Ерҙә икмәк үҫтерә”
“Игенсенең эше изге - Ерҙә икмәк үҫтерә”

- Беҙ төрлө культуралар үҫ­терәбеҙ. Быйыл 1,5 мең гектар ерҙә бөртөклө, ҡуҙаҡлыларҙан 276 гектарҙа борсаҡ, техник культураларҙан 200 гектар шә­кәр сөгөлдөрө һәм 400 гектар көнбағыш сәселде. Бөртөклө культураларҙы Вячеслав Лежнев, Илфат Аҙнағолов, шәкәр сөгөлдөрөн Иван Федоров, Рөс­тәм Рәхимов, көнбағышты Николай Беляев, Сергей Му­рин сәсте. Тағы ла арпа һәм бойҙай сәсергә ҡалды. Һө­ҙөм­тә булһын өсөн уларҙы тәр­би­әләүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Мә­ҫәлән, бөгөн Яңы Ҡы­йыш­ҡы ауылы биләмәһендәге ба­ҫыуҙа шәкәр сөгөлдөрөн хи­мик матдәләр менән эш­кәртә башланыҡ.
Сәсеү эштәре, әлбиттә, ор­лоҡтарҙы әҙерләүҙән башлана. Шуға ла орлоҡтарҙы таҙартыу, ҡоротҡостарҙан, төрлө ауы­рыу­ҙарҙан һаҡлау өсөн ағыулау эштәре башҡарыла. Был бу­рыс­тарҙы Һарт-Шишмә ауы­лының ырҙын табағында келәт мөдире Венер Аҙнағолов һәм моторист-машинист Зәбир Рәх­мәтуллин намыҫ менән ат­ҡаралар.
Тейәгестә - Мазһар Сура­ғо­лов һәм Рөстәм Рәхимов. Әйткәндәй, Рөстәм Вә­кил улы сөгөлдөр сәсеп бөт­кәндән һуң, келәттә лә эшләй. Йәш булһа ла, инде тәж­рибәле һөнәр эйәһенә әй­ләнгән егеткә механизатор һө­нәре бала саҡтан яҡын, сөнки атаһы ғүмер буйы игенсе бул­ған. Ул атаһы һөнәрен дауам итеп, тырышып хеҙмәт итә.
Ауырғазы һөнәрселек кол­леджының Ҡырмыҫҡалы фи­лиалының практика үткән һи­геҙ студенттың да ярҙамы ҙур. Улар орлоҡтарҙы, минераль ашламаларҙы тейәүҙә, бушатыуҙа, тырмаларҙы, куль­­тиваторҙарҙы таҡҡанда булы­ша, - ти хужалыҡтың бү­лексә агрономы Рөстәм Заһи­ҙуллин.
- Яҙғы баҫыу эштәренә әҙер­лек үткән көҙ үк башлан­ды. Ваҡытында ауыл хужалығы техникалары, сәскестәр ремонтланды, ерҙәр эшкәртелде, орлоҡ әҙерләнде. Яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек, трактор-машиналар, агрегаттар эшкә әҙер ине, кадрҙар ҙа етерлек. Быларҙың барыһы ла сәсеүҙе яҡшы әҙерлек менән башлап ебәрергә мөмкинселек бирҙе. Яңы уңышҡа нигеҙ һа­лыу эштәре менән бер рәттән ергә минераль ашламалар ин­дерелә. Ғөмүмән, сәсеү ҡыҙыу темпта бара, инде ул финиш һыҙығына ла яҡынлаша. Һуң­ғы көндәрҙә һауа торошо бер аҙ ҡатмарлыҡтар тыуҙырһа ла, заманса техника һәм иген­се­ләрҙең тырышлығы арҡа­һын­да, килеп сыҡҡан аяҙ көндәрҙе файҙаланып, ерҙә дым бар саҡ­та бер-ике көндә сәсеүҙе тамамларбыҙ тип торабыҙ, - тип һөйләне филиалдың әй­ҙәүсе агрономы Рәүф Мортазин.
Ялан батырҙары көндө төн­гә ялғап тырышып хеҙмәт итә. Һис шикһеҙ, тырыш хеҙ­мәттең һөҙөмтәһе лә булыр.
Фәниә Сәлимгәрәева. 

Автор фотоһы.

Фотола Рөстәм Рәхимов, Зәбир Рәхмәтуллин, Рөстәм Заһиҙуллин, Венер Аҙнағолов.

Автор:
Читайте нас: