

Ошо көндәрҙә күрше Татарстандың Туҡай районында ҡот осҡос авария була. Юлда “Лада Приора” менән “Volkswagen Polo” автомобилдәре бәрелешә. Һөҙөмтә бик насар: дүрт кеше урында йән бирә.
Һуңғараҡ ватан машинаһында китеп барған ғаиләнең Башҡортостандан булыуы асыҡлана. Рулдә 29 йәшлек ир ултыра, янында 24 йәшлек ҡатыны һәм өс йәшлек малайы була. Уларҙың өсөһө лә йән бирә. Шулай уҡ аварияла икенсе машинаның 67 йәшлек пассажир ҡатыны үлә. Ул машинан ике кеше, шул иҫәптән бала ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә. Полициянан хәбәр итеүҙәренсә, “Лада”ла ултырған кешеләр хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергән, бала махсус автокреслола ултырған. Яҡынса, “Приора” водителе ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Әле авария сәбәптәре асыҡлана.
Хәбәр ителеүенсә, Башҡортостандан булған ғаилә Түбәнге Кама ҡалаһындағы термаларҙа ял итеп ҡайтып барған. Шулай уҡ ҡайһы бер телеграм-каналдар яҙыуынса, һәләк булған ҡатын ауырлы булған...
Ғаиләнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Юлда ипле булайыҡ, дуҫтар.