Даирә
+24 °С
Ямғыр
Происшествия
7 Июнь 2025, 18:28

Их, малайҙар...

15 йәшлеге урында һәләк булған, икенсеһе...     

Их, малайҙар...Их, малайҙар...
Их, малайҙар...

Башҡортостандың Тәтешле районында ике питбайк бәрелешкәндә 15 йәшлек үҫмер һәләк булған, 16 йәшлеге бик ауыр хәлдә. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр иттеләр.

“Беҙ уларға: "Руль артында ултырма, малай!” тибеҙ, әммә улар тыңламай һәм юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә. Ата-әсәләр, әлбиттә, был хаҡта белә, әммә аңлы рәүештә балаларының ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, идара итеүҙе водитель таныҡлығы булмаған кешегә тапшырған өсөн 30 мең һум штраф тураһында әйтеп тораһы ла түгел”, – тип билдәләйҙәр ведомствола

Ҡотҡарыусылар мәғлүмәте буйынса, юл-транспорт ваҡиғаһы Тәтешле районының Үрге Тәтешле һәм Яңы Ҡайпан тораҡ пункттары араһындағы юлда булған.

Үҫмерҙәрҙең береһе алған йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була. Икенсеһе, Нефтекама машиналар эшләү колледжы уҡыусыһы, бик ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.

Аварияның сәбәптәрен дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.

Фото: ГАИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас