Даирә
+21 °С
Болотло
Происшествия
9 Декабрь 2024, 09:16

Бала машина урлаған һәм... һәләк булған

Бөгөн Башҡортостанда ҡурҡыныс авария теркәлгән. Һөҙөмтәлә ике үҫмер дауаханаға эләккән, ә уларҙың иптәше...

Бала машина урлаған һәм... һәләк булғанБала машина урлаған һәм... һәләк булған
Бала машина урлаған һәм... һәләк булған

Бөгөн төндә Туймазы районында ҡурҡыныс авария теркәлгән. “ВАЗ-2110” автомобиле юлдан оса һәм түңкәрелә. Асыҡланыуынса, машинаға 13 йәшлек үҫмер бала идара иткән була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул авария урынында һәләк була. Янында йәнә ике бәлиғ булмаған пассажир ултыра, 15 һәм 17 йәшлек үҫмерҙәр төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә. Малайҙар машинаны урлап алып киткән.

Әле балаларҙың кемлеге асыҡланды. Автомобилгә идара иткән 13 йәшлек үҫмер балалар йортонда тәрбиәләнгән һәм ПДН-да иҫәптә торған.

– 13 һәм 15 йәшлек балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр, шулай уҡ уларҙың 17 йәшлек студент иптәше төндә Туймазы урамдары буйлап йөрөгән. Ниндәйҙер мәлдә иң бәләкәсе ишеге асылыбыраҡ торған еңел машинаны, ә ҡабыҙыу урынында водитель-ҡатын ҡалдырған асҡысты күргән. Артыҡ уйланып тормайынса, балалар ят автомобилгә инеп ултыра, һәм ҡала урамдары буйлап йөрөргә сығып китә. Үкенескә ҡаршы, уларҙың сәфәре фажиғә менән тамамланды, – тигән хәлде белгән сығанаҡ “Башинформ” агентлығына.

Иҫән ҡалған балаларҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, улар төрлө йәрәхәттәр алған.

Инцидент менән Башҡортостан прокуратураһы шөғөлләнә башланы. Күҙәтеү ведомствоһы бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерә, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

“Нигеҙҙәр булған осраҡта прокурор ярҙамы сараларын күреү тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк. Бынан тыш, күҙәтеү ведомствоһы ошо осраҡ буйынса ойошторолған тикшереү барышын һәм һөҙөмтәләрен контролдә тота”, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Башҡортостан гәзите сайтынан.
Бала машина урлаған һәм... һәләк булған
Бала машина урлаған һәм... һәләк булған
Автор:
Читайте нас