Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
18 Ноябрь , 11:49

Һәләк булғандар бар, йәрәхәтләнгәндәр араһында – өс бала...

Республика юлдарында йәнә ҡот осҡос авария.     

Һәләк булғандар бар, йәрәхәтләнгәндәр араһында – өс бала...
Һәләк булғандар бар, йәрәхәтләнгәндәр араһында – өс бала...

Кисә Белорет районында Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаһында ике машина – “Toyota RAV4” менән “Hyundai Elantra” бәрелешкән. Һөҙөмтәлә икенсе автомобилдең 40 йәшлек водителенең ғүмере өҙөлгән, ә уның 13 йәшлек улы дауаханаға оҙатылған. Икенсе машинала күп балалы ғаилә булған. Аварияла зыян күргәндәр араһында дүрт кеше, шул иҫәптән  өс бала бар. Әлегә ГАИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Шулай уҡ кисә төндә Благовар районында  авария теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, унда “БМВ Х5” автомобиленең водителе руль менән идара итеү һәләтен юғалта һәм юлдан ситкә төшөп китә. “Һөҙөмтәлә иномарканың 27 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк булған, тағы ла бер пассажир дауаханаға оҙатылған”, – тип хәбәр итә дәүләт автоинспекцияһы.

Хөрмәтле водителдәр! Руль артында ултырғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ. Һеҙҙең бер хатағыҙ арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең зыян күреүе йә һәләк булыуы бар...

Фото: МЧС.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
 
 
 
Башҡортостан гәзитенән.
Автор:
Читайте нас: