Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген координациялау һәм булған хәлдең бөтә шарттарын асыҡлау өсөн ваҡиға урынына үҙе юлланған.
Бөгөн, 14 ноябрҙә, иртәнге сәғәт 11-ҙә Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 124-се километрында ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 36 йәшлек ҡатын “Лада Гранта” автомобилендә Баҡалы ауылы яғынан Туймазы ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә юлдың ҡаршы һыҙатына сыға һәм “Киа Спортейдж” автомобиленә бәрелә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Лада” водителе һәм уның бер йәшлек ҡыҙ ваҡиға урынында вафат була. 35 йәшлек “Киа Спортейдж” водителе һәм уның 64 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла.
Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй, бөтә шарттар ҙа асыҡлана.
Ҡаршы һыҙатҡа сығыу – аварияға бер аҙым тигән һүҙ, шуға ла автомобилдә хәрәкәт иткәндә, бындай ҡарарға килер алдынан ныҡлап уйланығыҙ. Онотмағыҙ: ашығыуҙар яңылышыуҙарға илтә!
Фотолар сығанағы: @V_Sevastyanov.