Прокуратура Күгәрсен районында бер нисә кешенең һәләк булыуы сәбәптәрен асыҡлауҙы контролдә тота.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн кис «Ира-Магнитогорск» автомобиль юлының 326-сы саҡрымында «Хундай Акцент» һәм «УАЗ» маркалы автомобилдәр бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар бар.
Сит ил автомобиле водителе һәм уның ике пассажирының ғүмере өҙөлгән. Ике зыян күреүсе медицина учреждениеһына оҙатылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген координациялау өсөн ваҡиға урынына Күгәрсен районы прокуроры Айрат Абсатаров юлланған.
Прокуратура ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлауҙы, шулай уҡ был факт буйынса процессуаль ҡарар ҡабул итеүҙе контролдә тота.
Фото: БашДТП.