Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
30 Сентябрь , 10:20

Ялдарҙа республикала үлемесле авариялар күп булды...

Һәләк булғандар - башлыса йәштәр... 

Ялдарҙа республикала үлемесле авариялар күп булды...
Ялдарҙа республикала үлемесле авариялар күп булды...

Был ялдарҙа республика юлдарында үлемесле авариялар байтаҡ теркәлде. 28 сентябрҙә Башҡортостандың Яңауыл районында ике кеше һәләк булған. Был хаҡта республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр иттеләр.

Алынған мәғлүмәттәр буйынса, киске 10-дар тирәһендә Нефтекама-Яңауыл юлының 39-сы саҡрымында “Лада Приора” автомобилендә 20 йәшлек водитель идара итеү һәләтен юғалтып, “Рено Сандеро” менән бәрелешкән.

Һөҙөмтәлә ике водитель лә ваҡиға урынында һәләк була. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Шулай уҡ Балаҡатай районында үлемесле юл фажиғәһе теркәлде.

Киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә, Иҫке Балаҡатай ауылының Мәктәп һәм Совет урамдары сатында Свердловск өлкәһенән 60 йәшлек ир “Ниссан Террано” менән идара итеп, идара итеү һәләтен юғалта һәм машинаның кюветҡа осоп төшөүенә юл ҡуя. Юл фажиғәһе урынында водитель йәрәхәттәрҙән вафат булған.

Икенсе осраҡ иртән Салауат районында Кропачево - Мәсәғүт - Әшит автомобиль юлының 38-се саҡрымында теркәлгән.

Республика дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, 20 йәшлек ВАЗ водителе Кропачево яғынан Мәсәғүт ауылы яғына китеп барғанда шундай уҡ моделдәге автомобилде бәрҙергән.

“Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә беренсе автомашина водителе һәм уның өс пассажиры төрлө йәрәхәттәр алған. Юл ситендә торған автомобилдең 36 йәшлек водителе алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән”, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Фото: ГАИ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
Автор:
Читайте нас: