Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
25 Июнь , 09:10

Бер ауылды һыу баҫҡан

Шәхси ихаталар зыян күргән.    

Бер ауылды һыу баҫҡан
Бер ауылды һыу баҫҡан

Көслө ямғырҙар арҡаһында Әбйәлил районының Озерной ауылында 76 йорт яны биләмәһен һәм ике шәхси йортто һыу баҫҡан. Һыу аҫтында ҡалған йорт хужалары эвакуациянан, ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында урынлаштырыуҙан баш тартҡан.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы хәлде контролендә тота. Һыу 70 сантиметрға күтәрелгән, әле ямғыр туҡтаған һәм һыу әүҙем кәмей башлаған. Хәл кискә тотроҡланыр, тип хәбәр итте ведомство.

Фото һәм видеояҙма: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан.

 

 

 

Автор:Рәмилә Мусина
 
 
 
 
 
 
Бер ауылды һыу баҫҡан
Бер ауылды һыу баҫҡан
Бер ауылды һыу баҫҡан
Бер ауылды һыу баҫҡан
Бер ауылды һыу баҫҡан
Автор:
Читайте нас: