Даирә
+21 °С
Болотло
Происшествия
22 Март 2024, 06:15

Туғыҙ бала атаһы вафат булды

Авария күрше өлкәлә булғайны. Яҡындары әле шок хәлендә...     

Туғыҙ бала атаһы вафат булдыТуғыҙ бала атаһы вафат булды
Туғыҙ бала атаһы вафат булды

11 мартта күрше Свердловск өлкәһендә ҡурҡыныс авария булғайны. Toyota Alphard минивэны Чита өлкәһенән Мәскәүгә емеш ташыған Hongyan йөк машинаһы менән бәрелеште. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, аварияла минивэн водителе ғәйепле, имеш ул юл ситенең уң яғынан хәрәкәт башлаған саҡта маневрҙың хәүефһеҙлегенә инанмаған һәм йөк машинаһы менән бәрелгән. Әммә водителдең туғандары, быға ышанмай һәм тикшереү дауам итә.

Машинала Өфөнән күп балалы ғаилә китеп барған – улар туғыҙ бала үҫтергән. 45 йәшлек Владимир ҡатыны һәм балалары менән Төмәнгә туғандарына ҡунаҡҡа китеп барған. Машинала үҙҙәренең 16 һәм 18 йәшлек  ҡыҙҙары һәм дуҫтарының 18 һәм 20 йәшлек балалары бергә булған.

– Юлда саҡта Владимир машинаһын юл ситенә туҡтата һәм уны тикшерә. Аҙаҡ ултыра, ҡабыҙа һәм... ошо саҡта бәрелеш була. Машина урынында ултырғанмы, әллә хәрәкәт итә башлағанмы – бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Владимирҙың ҡатыны тормоз сыйылдағанын ғына ишетеп өлгөрә. Машинаның емерелгән урындары артҡы һул тәгәрмәстән башлана, әйтерҙең фура уны тәгәрмәсенән эләктерә һәм һөйрәп алып бара. Аҙаҡ әйләнеп китә һәм бәрелеш водитель утырған яҡҡа тура килә, – тигән ғаиләнең яҡындары "КП-Өфө" баҫмаһына.

Һөҙөмтәлә иң ауыр йәрәхәтте Владимир ала ла инде. Һөйәктәре һынған һәм эске органдары зыян күргән ирҙе саҡ-саҡ тотороҡло хәлгә килтерәләр һәм Каменск-Уральск дауаханаһына алып баралар. Унда операция яһайҙар һәм реанимацияға күсерәләр. Табиптар бер нисә көн уның ғүмере өсөн көрәшә, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул йән бирә.

Һөҙөмтәлә туғыҙ бала атайһыҙ ҡалды. Иң ауыры уның ҡатынына, хәҙер уға балаларын яңғыҙына аяҡҡа баҫтырырға тура киләсәк.

– Был беҙҙең өсөн шок. Хәле ауыр, әммә тотороҡло ине. Күрәһең, йөрәге түҙмәгәндер. Әле ғаиләгә бөтә яҡлап та бик ауыр, – тигән ҡатындың туған кешеһе.

Фотто: "КП-Өфө". 

Автор:
Читайте нас