Даирә
+24 °С
Ямғыр
Происшествия
2 Февраль 2024, 04:12

Республикала 15 бала ултырған автобус Volkswagen Jetta менән бәрелешкән

Бәлиғ булмаған балаларҙы ата-әсәләре алып ҡайтып киткән.

Республикала 15 бала ултырған автобус Volkswagen Jetta менән бәрелешкәнРеспубликала 15 бала ултырған автобус Volkswagen Jetta менән бәрелешкән
Республикала 15 бала ултырған автобус Volkswagen Jetta менән бәрелешкән

Башҡортостанда Стәрлетамаҡ районының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп автобусы ҡатнашлығындағы юл фажиғәһе урынында эшләй. Авария 1 февралдә көндөҙгө сәғәт 3 тирәһендә Бельский - Йөрәктау автомобиль юлында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Volkswagen Jetta рулендәге 27 йәшлек ир мәктәп автобусы менән бәрелешкән.

Автобуста 15 бала, 6-10 класс уҡыусылары ултырған. Улар Бельский ауылынан ҡайтып барған. Уларҙың береһе лә йәрәхәтләнмәгән.

Машиналар йәмшәйгән. Бәлиғ булмаған балаларҙы ата-әсәләре алып ҡайтып киткән.

 

Автор:Дарья Субботина
 

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2024-02-01/respublikala-15-bala-ultyr-an-avtobus-volkswagen-jetta-men-n-b-releshk-n-3626551

 

Республикала 15 бала ултырған автобус Volkswagen Jetta менән бәрелешкән
Республикала 15 бала ултырған автобус Volkswagen Jetta менән бәрелешкән
Автор:
Читайте нас