Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Проекттар
16 Июль , 16:15

Республика грантын ала

“Бал ҡорто” балалар баҡсаһы хеҙмәткәре, Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Наталья Йәрмөхәмәтова шатлыҡлы яңылыҡ кисерҙе. Ул район тарихында балалар баҡсаһында беренсе булып 500 мең һум күләмендә республика Башлығы грантын алды!

Республика грантын ала
Республика грантын ала

Был Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты балалар учреждениеларында эшләгән йәш педагогтарға бирелә. Еңеүселәр араһында яҡташыбыҙҙың да булыуы һөйөнөслө. Наталья Михайловна унда ҡатнашыу өсөн “Физик культура аша әхлаҡи-патриотик тәрбиә” тип исемләнгән проект тәҡдим итә. Проект балаларҙы социокультур нормаларға, ғаилә, йәмәғәтселек һәм дәүләт традицияларына, шулай уҡ илдең патриоты булырға тәрбиәләй.
Наталья Йәрмөхәмәтова Урал дәүләт физик культура университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлап, “Бал ҡорто” балалар баҡсаһында етенсе йыл хеҙмәт итә. Тәүҙә тәрбиәсе, артабан физик культура буйынса инструктор булып эшләй. Ул үҙе - биш бала тәрбиәләгән ғаиләнән, иң кесеһе. Мәктәптә уҡыған йылдарынан уҡ яҡшы уҡыған ҡыҙ спорт менән шөғөлләнә. Бер бәйге лә уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Бигерәк тә волейбол, баскетболды ярата. Шуға ла физик культураны ғүмерлек һөнәре итә ул.
- Мәктәпте тамамлағас, стоматолог һөнәрен алырғамы, әллә педагог булырғамы икән, тигән һорау тыуғайны. Ошо һөнәрҙе һайлауыма һөйөнөп бөтә алмайым. Шул тиклем эшемде, балаларҙы яратам.

Хөкүмәтебеҙ, Республика Башлығы булдырған гранттарға мәртәбәле конкурстарҙа ҡатанашырға йөрьәт итмәйерәк торған йәш коллегаларыма бер кәңәш - иң беренсе балаларҙы ысын күңелдән яратырға, уларға ышанырға кәрәк. Уҡытыусы эшен ғүмерлеккә һөнәр итергә ҡарар иткәнһегеҙ икән, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтарҙан, ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ!, - ти Наталья Йәрмөхәмәтова.

Наталья йорттарында бешеренергә, ҡул эштәре менән булышырға ярата. Ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар эше тип тормай, ире менән бергә бүлмәләрҙе бүлешә, иҙәнгә ламинат йәйешә, стенаға плиткалар ҡуйыша. Әйткәндәй, тормош иптәше Ринат Марат улы махсус хәрби операцияға киткәс яңы йорттарына күсенеү уның үҙенә генә төшә.
Ғаиләлә ике ул тәрбиәләнә. С.М.Чугункин исемендәге мәктәп уҡыусылары - Руслан 4-се класҡа күсһә, Рөстәм 3-сөгә бара. Шуныһы маҡтауға лайыҡ: малайҙар өйҙәрендә рус телендә һөйләшһә, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы олатай-өләсәләренә барһалар татарса, Ефремкиндағыларында сыуаш телендә аралашырға тырышалар.
Бәхетле булыу өсөн ғаилә усағы булырға тейеш. Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ шул тиклем көслө була. Наталья Йәрмөхәмәтованың ғаилә усағынан килгән йылылыҡ та күңелен күтәреп, дәртләндерә, ҙур эштәргә әйҙәй.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: