Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Проекттар
30 Март 2023, 16:29

Улар ауыл тарихын яҡшы белә

Район Мәҙәниәт һарайында “Дилиго” мәҙәниәт үҫеше фондының Президент гранты конкурсында еңеп сығыусы “Үҙ ауылыңды бел” социаль проекты эшенә йомғаҡ яһалды. Ҡырмыҫҡалы районы ауылдарының тарихын бер урынға туплау маҡсатында эшләнгән проект йәнтөйәктәрен һөйөүсе бик күп яҡташтарыбыҙҙы берләштерҙе. 

Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә

Улар ауыл тарихын яҡшы белә

Район Мәҙәниәт һарайында “Дилиго” мәҙәниәт үҫеше фондының Президент гранты конкурсында еңеп сығыусы “Үҙ ауылыңды бел” социаль проекты эшенә йомғаҡ яһалды. Ҡырмыҫҡалы районы ауылдарының тарихын бер урынға туплау маҡсатында эшләнгән проект йәнтөйәктәрен һөйөүсе бик күп яҡташтарыбыҙҙы берләштерҙе. 

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн бик күп кешеләр көс түккән. Уларҙың барыһы ла бөгөнгө сарала Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. “Үҙ ауылыңды бел” социаль проекты сиктәрендә үткән йылдың сентябрь айында район мәктәптәренең 1-11-се класс уҡыусылары араһында үҙ ауылдарының иң яҡшы видеопрезентацияһына конкурс иғлан ителгәйне. Йомғаҡлау тантанаһында был бәйгелә еңеүсе уҡыусылар ҙа билдәләнде

- Президент гранты конкурсында ҡатнашып, еңеп сыҡтығыҙ һәм был проектты тормошҡа ашырыу буйынса оло эш башҡарҙығыҙ, ҙур көс һалдығыҙ. Райондың ҡайһы бер ауылдарының алтаҡталарында урынлаштырылған QR-кодтар буйынса хәҙер һәр кем интернет аша районыбыҙ ауылдарының тарихы һәм иҫтәлекле урындары менән таныша ала. Бындай проекттар артабан да күп булһын, - тине үҙ сығышында район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев.

- Проектыбыҙ командаһына, конкурста ҡатнашыусы уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Беҙ һеҙҙең менән бергәләшеп оло эш башҡарҙыҡ. Хәҙер беҙҙең райондың үҙенең сайты бар. Унда һәр кем ауылдар тарихы менән таныша ала, - тигән һүҙҙәр менән “Дилиго”ның президенты Элеонора Лаврентьева конкурста еңеүсе уҡыусыларҙы бүләкләне.

Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Бакиров та ошо ҙур эште атҡарып сығыусыларға оло рәхмәтен белдереп, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

 “Үҙ ауылыңды бел” социаль проекты етәксеһе Дамир Әхтәмов үҙ сиратында:

- Бөгөн был проектты йомғаҡлайбыҙ, әммә эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, сөнки тарих төпкөлөндә һаҡланған мәғлүмәттәр бихисап, уны тулыландырып торасаҡбыҙ, - тине һәм эш барышында ҙур ярҙам күрһәтеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәге ла бар ине.

- Мин әсәйемдең тыуған төйәге – Шайморатов ауылының тарихы һәм иҫтәлекле урындары буйынса бик күп мәғлүмәт туплап, видеопрезентация эшләнем һәм “Үҙ ауылыңды бел” социаль проекты ойошторған конкурста еңеү яуланым. Шайморатов ауылында минең олатайым йәшәй. Ял көндәрен, каникулдарҙы һәр саҡ мин бында үткәрергә тырышам, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Ҡырмыҫҡалы гимназияһының 4 Б класы уҡыусыһы Ралина Самиҡова.

- Бөгөн минең дүрт уҡыусым – Самира Йәдгәрова, Альмина Мөхәмәтйәнова, Арыҫлан Вәлиев, Ксения Иксанова бүләкләнде. Улар Һәүәләй ауылы буйлап йөрөп, фотолар һәм видеолар төшөрҙөләр. Һуңынан беҙ бергәләшеп матур видеоролик эшләнек, - ти Һәүәләй мәктәбенең 4-се класс уҡытыусыһы Эльмира Бәширова.

Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Улар ауыл тарихын яҡшы белә
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: