Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Проекттар
10 Февраль 2023, 16:34

Мөһим проблемалар билдәләнде

Боҙаяҙбаш ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы.

Мөһим проблемалар билдәләнде
Мөһим проблемалар билдәләнде

Боҙаяҙ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илмир Латипов йыйылыусыларға “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы тураһында һөйләне. Ауыл халҡы программала ҡатнашырға, тигән ҡарарға килде һәм ауыл өсөн мөһим проблемаларҙы һайланы.
Барлыҡ фекерҙәр ҙә тыңланды һәм “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә “МТЗ 82.1» тракторы өсөн тағылмалы ҡар таҙартыу ҡоролмаһы һатып алыу” проекты менән ҡатнашырға, тигән ҡарарға килделәр.
Шулай уҡ биш кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө. Заявка еңгән осраҡта улар эш барышын күҙәтеү аҫтында тотасаҡ һәм халыҡтан аҡса йыйыу менән шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ күпме аҡса кәрәклеге лә хәл ителде.
Өҫтөнлөклө бурыс һайланды. Ә билдәләнгән ниәттәр тормошҡа ашһын өсөн бергәләп тырышырға кәрәк. Боҙаяҙбаш ауылы халҡына уңыштар теләйбеҙ.
Эльвира БАЙБУЛАТОВА.

Автор:
Читайте нас: