Унда район башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илфат Хәмитов, йыйылыш рәйесе – Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы хакимиәте башлығы Фидан Миңлеғәлиев, секретарь Гөлнара Низамова ҡатнашты. Көн тәртибендә халыҡҡа “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу ҡағиҙәләре һәм унда ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашырып булыуы тураһында һөйләнеләр. Ауылдың беренсе сираттағы проблемаларын күтәреү, халыҡтың финанс яҡтан өлөшләтә ҡатнашыуы, Төбәк-Таҙлар ауылы халҡы араһынан инициатив төркөмдө һайлау, шулай уҡ артып ҡалған аҡсаны ҡайҙа тотоноу кеүек мәсьәләләр тикшерелде.
“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы конкурс нигеҙендә биләмәне төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға республика бюджетынан субсидиялар бүлеп биреүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта ауыл биләмәләрендә проекттарҙы һайлап алыу һәм ғәмәлгә ашырыу халыҡтың әүҙем ҡатнашлығында үткәрелә. Йәғни ауыл халҡы иң мөһим проблеманы үҙе билдәләй. Йыйылышта ауылдың булған проблемаларын күтәреп сыҡтылар. Халыҡ был программала ҡатнашыу өсөн һәм “Зыярат кәртәһен капиталь ремонтлау” проектын хуплап тауыш бирҙе.
Ришат Үлмәҫбаев, Ғайсар Үлмәҫбаев, Рим Янбаев, Владимир Кузинов, Айрат Йөҙлөкбаев составындағы инициатив төркөм төҙөлдө. Проект еңгән осраҡта улар эштәр барышын контролдә тотасаҡ, проектты финанслау яғынан халыҡтан аҡса йыйыу менән шөғөлләнәсәк.
Өҫтөнлөклө бурыстар һайланды. Ә барлыҡ ниәттәр тормошҡа ашһын өсөн бергәләп күп көс һалырға ғына кәрәк.
Гөлсәсәк ӘСӘҘУЛЛИНА.