Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Проекттар
9 Февраль 2023, 12:25

“Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ”

Константиновка ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде.

“Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ”
“Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ”

Ауыл халҡы программаның мөһимле­ген, был проект ярҙамында көнүҙәк проб­лемаларҙы хәл итеп булыуын яҡшы аңлай.
Николаевка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Култыгина программала ҡатнашыу ҡағиҙәләре һәм унда ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашырып булыуы тураһында аңлатты.
Халыҡ урамдарҙы яҡтыртыу, стадионды төҙөкләндереү, тротуарҙар төҙөү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлде реконструкциялау кеүек тәҡдимдәрен еткерҙе. Йыйылышта һәр һорау­ға ентекле яуаптар бирелде.
- Үҙенең тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ. Тарихты оноторға тейеш түгелбеҙ. Шуға күрә 1990 йылда асылған һәйкәлде реконструкцияларға кәрәк. Ул ваҡытта беҙҙең фронтовиктарҙың күбеһе иҫән ине һәм был исемлеккә эләкмәне. Бөгөн ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бер генә иҫән кеше лә юҡ. Киләсәк быуын уларҙы белһен һәм иҫтә ҡалдырһын өсөн уларҙың исемдәрен яҙырға кәрәк, - тине ауылда йәшәүсе Фларис Кәримов.
Һөҙөмтәлә күпселек тауыш менән “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәлде реконструкциялау” проекты һайланды.
- Хәтерҙән дә ҡәҙерле нәмә юҡ. Ауылыбыҙҙы һәм унда йәшәүселәрҙе яҡлап, беҙҙең бәхетле киләсәк өсөн баштарын һалған яҡташтарыбыҙ иҫтәлеген һаҡлап ҡалыу – беҙҙең изге бурыс, - тип билдәләне Рәүилә Култыгина.
Фларис Кәримов, Мансаф Рәхмәтуллин, Вячеслав Петуховтан торған инициатив төркөм һайланды. Улар халыҡтан аҡса йыйыу һәм эш барышын күҙәтеү аҫтында тотоу менән шөғөлләнәсәк. 18 йәштән өлкәнерәк һәр кешенән 130 һум аҡса йыйыу тураһында ҡарар иттеләр. Был мөһим эшкә айырым эшҡыуарҙар ҙа йәлеп ителәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” – республика һәм муниципаль бюджеттарҙың финанс ресурстарын, физик һәм юридик заттарҙың аҡсаларын берләштерергә һәм уларҙы социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек биреүсе механизм.
Светлана КАРПОВА.

Автор:
Читайте нас: