Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Проекттар
2 Февраль 2023, 16:53

Быйма байрамы

Алайғыр ауылында Быйма байрамы уҙғарылды. Ул “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Быйма байрамы
Быйма байрамы

Сара ике ауылды берләштерҙе: ҡарлымандар үҙҙәренең концерт программаһы, һыйҙары һәм дә быймалары менән килгәйне. Ғөмүмән, был көндө биҙәлгән быймалар, ҡоймаҡтар, ҡайнар сәй һәм позитив кешеләр сараны йәмләне.
Оҫта хужабикәләргә тәмлекәстәр бешереп килтергәндәре, Фәнис Ғилмановҡа һәм Ғәйфулла Замановҡа эҫе сәй ойошторғандары өсөн рәхмәтлебеҙ. Алайғырҙар программала еңеүҙәренә ышана, шуға ла был берҙәм ауыл күп матур саралар ойоштора.
Гөлнур Ишемғолова.
Алайғыр ауылы.

Автор:
Читайте нас: