Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Проекттар
22 Июнь 2022, 11:20

Йогурт ашата башланылар

Республика Башлығы Радий Хәбиров «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә «Һөт кухняһы»нда етештерелгән яңы аҙыҡ хаҡында хәбәр итте.

Йогурт ашата башланылар
Йогурт ашата башланылар

Башҡортостан мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында балаларға биойод менән байытылған йогурт ашата башланылар. Республика Башлығы Радий Хәбиров «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә «Һөт кухняһы»нда етештерелгән яңы аҙыҡ хаҡында хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, был аҙыҡ республикабыҙҙың күпселек райондарында күҙәтелгән йодҡа ҡытлыҡты иҫкәртеү өсөн әҙерләнгән.

«Йогуртта йод еҫе һәм тәме юҡ, шуға күрә бала-саға рәхәтләнеп ашай. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ғәҙәти йогуртты биойод менән байытылғанға алмаштыра башланыҡ. Быны Роспотребнадзор тәҡдимдәренә ярашлы эшләйбеҙ. «Һөт кухняһы»ның үҫеше тураһында яңылыҡтар бының менән генә тамамланмаҫ тип ышанам, беҙ Башҡортостан балаларын тәмле һәм файҙалы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өҫтөндә эшләүҙе дауам итәбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ!», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

Биойод менән байытылған йогурт һатыуға ла сығарылды, тип өҫтәне Радий Хәбиров. Уны Башҡортостан район-ҡалаларындағы «Һөт кухняһы»ның 40 таратыу пунктында һатып алырға мөмкин. Үҙенсәлекле йогурт Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа һәм Үрге Ҡыйғыла етештерелә.

«Һөт кухняһы»ның таратыу пункттары исемлеген бында ҡарағыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-22/v-shkolah-i-sadikah-bashkirii-detey-nachali-kormit-yogurtom-obogaschennym-bioyodom-2849860

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: