Башҡортостан президент гранттары конкурсында еңеү яулаған проекттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында — икенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды алды һәм лидерҙар иҫәбенә инде.
Әйтәйек, республика коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының 74 социаль проектына дөйөм суммаһы 83 264 180 һумлыҡ грант бүленә. Шуларҙың 41-е — 500 мең һумға тиклем, 30-ы — 500 меңдән 3 миллион һумғаса, ә өсәүһе 3 миллиондан ашыу күләмдә финанслана.
Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы мәғлүмәттәре буйынса, 8 миллион һумлыҡ грантты йәш этнополитолог мәктәбе өсөн социомәҙәни моделләү үҙәге отто.
Билдәләнеүенсә, конкурстың барлыҡ 11 йүнәлеше буйынса ла Башҡортостандан еңеүселәр бар.