Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Проекттар
9 Июнь , 16:23

Кешеләр эшһеҙ ҡалмай

Бының өсөн республикала нимәләр эшләнә?

Кешеләр эшһеҙ ҡалмай
Кешеләр эшһеҙ ҡалмай

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул мәшғүллек баҙарына бәйле ине.

Хеҙмәт баҙарындағы хәлде көндәлек мониторинглау һәм ваҡытында күрһәтелгән ярҙам саралары арҡаһында республикабыҙҙа хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыуға юл ҡуйылманы. Илебеҙгә санкция баҫымы эҙемтәләрен кәметеү һәм кешеләргә эште, килемде һаҡлап ҡалырға ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. РФ Хөкүмәтенең ҡарашы шундай, һәм беҙ уның менән тулыһынса килешәбеҙ. Алдағы йылдарҙа эшебеҙ рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк.

“Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә һөнәри һәм өҫтәмә белем алыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ – Башҡортостанға быйылға 5 397 квота бүленде. Йыл башында эштән сығарыу ҡурҡынысы янаған сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри уҡытыуҙы ойоштороу буйынса төбәк программаһын ғәмәлгә индерҙек; компанияларға субсидиялар бирәбеҙ. Шул арҡала 3 200-ҙән ашыу хеҙмәткәр үҙ эшен һаҡлап ҡала аласаҡ.

Беҙ 78 эш биреүсе менән 5556 эшсене ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу буйынса килешеүҙәр төҙөнөк. Был беҙҙең быйылға алған пландың өстән бер өлөшө. Бөтәһе был маҡсатта федераль финанслашыу менән бергә 1,123 миллиард һум аҡса йүнәлтәбеҙ. Беҙҙең граждандарҙы “Искож”, Бәләбәйҙең “Автодеталь”, “НефАЗ” машиналар эшләү заводы, Белореттағы Урал пружина заводы, Туймазыла автобетоновоз һәм “Йоматау” шифаханаһы әүҙем рәүештә кешеләрҙе эшкә урынлаштыра.

Беҙ шулай уҡ Мәшғүллек үҙәктәре базаһында уҡытыу алып барабыҙ. Быйылғы йылдың биш айында 25 мең граждан һөнәри йүнәлеш үткән, 7,5 мең кеше психологик ярҙам алған, 4,5 мең кешене профессиональ уҡытыуға ебәргәндәр”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:
Читайте нас в