Республиканың беренсе IT – компанияһы белгесе йыллыҡ биш процент менән ипотека төҙөп дәүләттән ярҙам менән файҙаланды. Белгес 29 йылға 5,4 миллион һумға ипотека алды. Түбән ставка менән ипотека кредиты тармаҡҡа ярҙам итеү сиктәрендә IT - компания хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус ташлама программаһы буйынса бирелә. Был турала ҡарар март айында Рәсәй Хөкүмәте тарафынан иғлан ителде.
Ипотека лимиттары миллионлы төбәктәр өсөн 18 миллион һумға тиклем етеүе ихтимал, ҡалған төбәктәргә – туғыҙ миллион һумғаса. IT-ипотека менән аккредитацияланған IT-компанияларҙа эшләгән 22 йәштән алып 44 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары ҡуллана ала. Программа буйынса төҙөүсенән төҙөлөү өҫтөндәге йәки әҙер фатирҙы һатып алырға мөмкин. Кредит килешеүен 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем төҙөргә була. Барлыҡ төбәктәр өсөн тәүге иғәнә өлөшө 15 процент тәшкил итә. Кредит биреү тураһында ғаризаларҙы "Открытие", "ДОМ.РФ", Һаҡлыҡ банкы, "Альфа-банк", "Росбанк Дом", "Газпромбанк" һәм башҡа кредит ойошмалары ҡабул итә.
“Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) ил президенты Владимир Путин указы менән башланғыс алған. Уның төп бурыстары – һанлы иҡтисад өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү, мәғлүмәттәрҙе тапшырғанда, эшкәрткәндә һәм һаҡлағанда шәхестең, бизнестың һәм дәүләттең мәнфәғәтен яҡлауҙы гарантиялаған ватан эшкәртмәләре нигеҙендәге мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Проектты юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында тармаҡ өсөн ташламалар ҡаралған.
Алда билдәләнгән саралар фәнде лә үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Фото: bash.news.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан