Осрашыу барышында ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Бикҡужин йыйылыусыларҙы алдағы осорға программаның шарттары һәм ваҡыты менән ентекле таныштырҙы. Халыҡ бер тауыштан “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул итә, үҙҙәренең әүҙем гражданлыҡ позицияһын раҫлай.
Йыйылышта ҡатнашыусылар ауылды үҫтереү өсөн хәл итеүҙе талап иткән мөһим мәсьәләләрҙе әүҙем тикшерҙе һәм дөйөм йыйылышҡа әҙерлек планын билдәләне. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса инициатив төркөм һайланды.
Ҡамышлы ауыл халҡы проектта әүҙем ҡатнаша, һәм уларҙың берҙәмлеге еңеүҙәргә булышлыҡ итә!, - тип билдәләне ауыл башлығы Илгиз Вәкил улы.
Мәҫәлән, программа сиктәрендә Малай ауылындағы бөтә урамдарҙа, Ҡамышлы ауылындағы Мәктәп урамында юлдарҙы ремонтланыҡ, трактор һатып алдыҡ һәм Үрге Төкөн ауылындағы клуб ҡыйығын ремонтланыҡ. Программа - көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур ярҙам, шуға күрә, артабан да унда әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ һәм маҡсаттарға өлгәшәсәкбеҙ. Ҡамышлы ауылы халҡы алдан әҙерлек этабында бөтә кәрәкле эштәрҙе башҡарҙы: тораҡ пункттың көнүҙәк проблемаларын билдәләне һәм халыҡ башланғысы механизмы аша уларҙы хәл итеүгә тәүге аҙым яһаны. Йыйылыштың эшлекле өлөшө тамамланғандан һуң теләгән һәр кем өсөн шашка турниры ойошторола. Был традицион сара яҡшы күршелек мөнәсәбәттәрен нығытыуға булышлыҡ итә һәм тыуған ауылы мәнфәғәтендә бергәләп эшләүҙең ыңғай атмосфераһын булдыра.
Эльвира Гимранова.