

Башҡортостанда эш аҙнаһы йылы йәйге һауа торошонан башланды. Кисә көндөҙ һауа +23 градусҡаса йылынды. Бындай температура августҡа хас.
Әммә бөгөн, 9 сентябрҙә, һауа торошо тышта көҙ булыуын иҫкә төшөрә. Температура түбәнәйеү курсын аласаҡ. Көндөҙ Башгидромет метеорологтары иң күбе +17 градус вәғәҙәләй. Ә төндә ҡайһы бер райондарҙа +5 градусҡа тиклем һыуыта. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа.
Иртәгә, 10 сентябрҙә, төндә урыны менән температура +2 градусҡа тиклем төшә. Көндөҙ бер градусҡа йылыраҡ — +18 градусҡа тиклем. Төндә ямғыр яуыуы ихтимал. Көндөҙ яуым-төшөмһөҙ.
Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, температура түбәнәйеүен дауам итәсәк. Кесаҙна, 11 сентябрҙә, көндөҙ ни бары +12 градус була. Ямғыр яуыу ихтималлығы арта.
Ял көндәрендә йәнә бер аҙ йылыта — көндөҙ +17 градусҡа тиклем. Йома, шәмбе һәм йәкшәмбелә ҡоро, ҡояшлы һауа торошо көтөлә.