Даирә
+21 °С
Болотло
Погода
11 Апрель 2025, 03:41

Һаҡ булығыҙ: дауыл килә!

Һауа торошо ныҡ боҙола. Әммә оҙаҡҡа түгел...    

Һаҡ булығыҙ: дауыл килә!Һаҡ булығыҙ: дауыл килә!
Һаҡ булығыҙ: дауыл килә!

Башҡортостанда һауа шарттары ныҡ боҙола. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы ошо тәүлектә дауыл тураһында иҫкәртеү таратты.

Республикала аяҙлы-болотло һауа торошо күҙаллана. Төндә һәм иртән айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, шулай уҡ сымдарҙы һәм ағастарҙы епшек ҡар һырыуы көтөлә, был электр үткәргестәрҙең өҙөлөүенә килтереүе ихтимал.

Төндә һәм көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар һәм ҡарлы ямғыр көтөлә. Ел үҙгәреүсән, көнбайыштан көнсығышҡа күсеүсән, секундына 2-7 метр тиҙлектә. Әммә көньяҡта уның тиҙлеге секундына 14 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә -3, +2 градус, көндөҙ +3, +8 градус.

Юлдарҙа яуым-төшөм һәм томан арҡаһында күреү мөмкинлеге насарая. Был юл-транспорт ваҡиғаһы хәүефен арттыра. Водителдәргә айырыуса һаҡ булырға, тиҙлекте кәметергә һәм автомобилдәр араһындағы хәүефһеҙ араны тоторға кәңәш ителә.

Өфөлә бөгөн аяҙлы-болотло. Төндә бер аҙ епшек ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 0, -2 градус тәшкил итәсәк, ә көндөҙ ул +6, +8 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Ялдарға ҡарай һауа торошо тотороҡлана башлай. Һауа температураһы +6, +12 буласаҡ, ә киләһе аҙна башында +15...+20° градуслы ысын яҙ килә. 

Синоптиктар әйтеүенсә, апрелдең икенсе яртыһында ла, май башында ла һыуыҡтар көтөлмәй.

 
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
 
Автор:
Читайте нас