Даирә
+24 °С
Ямғыр
Погода
3 Февраль 2025, 03:52

Һыуыта!

Әлбиттә, һыйыр мөгөҙөн һындырырлыҡ һыуыҡҡа өмөт юҡ, шулай ҙа...    

Һыуыта!Һыуыта!
Һыуыта!

Башҡортостандағы аномаль йылы һауа торошо һыуыҡтарға алмашына. Әлбиттә, һыйыр мөгөҙөн һындырырлыҡ һыуыҡҡа өмөт юҡ, шулай ҙа... Башгидромет синоптиктары дүшәмбе, 3 һәм 4 февралгә, һауа торошона фараз бирҙе.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ҡар, епшек ҡар яуа, томан, боҙлауыҡ, юлдарҙа тайғаҡ көтөлә. Һауа температураһы төндә -1,-6, көндөҙ +1,-4 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.

Шишәмбе, 4 февралдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Һауа температураһы төндә -3,-8, көндөҙ 0,-5 градус һалҡын.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
Автор:
Читайте нас