Даирә
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Погода
26 Декабрь 2024, 08:55

Быйыл ғинуар ҙа ғәжәпләндермәксе

Ҡар! Күп итеп ҡар көтә тиҙәр синоптиктар. Ә тағы...     

Быйыл ғинуар ҙа ғәжәпләндермәксе
Быйыл ғинуар ҙа ғәжәпләндермәксе

2024 йыл ғәҙәти булмаған һауа торошо менән ғәжәпләндергән ине, яңы 2025 йыл да шулай уҡ дауам итмәксе. Синоптиктар ғинуарға һәм яҡынса февралгә һауа торошо менән уртаҡлашты.

Гисметео порталы хәбәр итеүенсә, яңы йыл төнөндә республикала аномаль йылы һауа торошо була: термометр бағанаһы Цельсий буйынса -4, -5 градус күрһәтә. Ғинуар каникулдарында ла ошондай һауа температураһы фаразлана. 

Шулай, ғинуарҙың, айырыуса айҙың икенсе һәм өсөнсө декадаһында, бик ҡарлы булыуы көтөлә. Республиканы ҡар ҡаплаясаҡ. Ғинуарҙа көндөҙ төбәктә уртаса температура -12,-13, төндә Цельсий буйынса -14,-15 градус тәшкил итәсәк.

Яҡынса фараздар буйынса, февралдә Башҡортостан биләмәһендә һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә (норма -11,7 градус тәшкил итә). Шул уҡ ваҡытта температураларҙың һиҙелерлек тирбәлеүе ихтимал, улар хәүефле метеорологик күренештәр үҫеше өсөн шарттар булдырасаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан.
Автор:
Читайте нас: