Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Погода
8 Декабрь , 20:58

Бөгөн төнөн Белорет районында -30 градусҡа тиклем һыуытҡан, тиҙәр

Һеҙҙең яҡтарҙа һауа торошо нисек? Һыуыҡмы?    

Бөгөн төнөн Белорет районында -30 градусҡа тиклем һыуытҡан, тиҙәр
Бөгөн төнөн Белорет районында -30 градусҡа тиклем һыуытҡан, тиҙәр

Республиканың иң һыуыҡ биләмәләренең береһе - Белорет районы. Унда ҡыш Өфөгә ҡарағанда алдан башлана, шулай уҡ яҙ ҙа һуңлап килә.

Әле баш ҡала ҡыштың һыуығын тойманы ла, ә белореттар иһә күптән ҡыш илендә йәшәй. Мәҫәлән, бөгөн, 8 декабрҙә, иртәнсәк Белорет районының Николаевка ауылында -30 градус һыуыҡ булған. Ошо хаҡта Илнур Байегетов хәбәр итте. Уның белдереүенсә, был һыуыҡтар тәбиғәт ҡосағында сәйәхәт итергә теләгән туристарҙы бер ҙә ҡурҡытмай – ҡыйыуҙар Ирәмәл тауына күтәрелә. Илнур үҙе туристарҙы оҙатып йөрөгәс, тәбиғәттең һәр миҙгелен ярата, һауа торошонан да тик яҡшыны күреп, һоҡлана белә, шулай уҡ үҙенең фотоһүрәттәрендә ошо хозурлыҡты сағылдыра.

Гидрометеорология хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала урыны менән ҡар яуасаҡ, һауа температураһы -8...-2 градус, ел секундына 4 метрға тиклем тиҙлектә иҫә, көсәйгәндә секундына 10 метрға тиклем тиҙлеккә етеүе бар. Күреүебеҙсә, был һауа торошо Белорет районына ҡағылмай - унда һыуыҡ.

 

Автор:
Читайте нас: