+21 °С
Болотло
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн - 10 ноябрҙә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 67 - 205 километрында (Архангел һәм Белорет райондарындағы участкаһында) йөк автомобилдәре өсөн 20.00 сәғәткә тиклем йөрөү тыйылды. Сикләүҙәр насар һауа торошона - ел, ҡар, боҙлауыҡҡа бәйле.
Был тарафтарға юлға сыҡҡандар һаҡ булығыҙ!
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2024-11-10/i-tibar-yuldar-yabyldy-4002171