+21 °С
Болотло
Ҡапыл күп итеп яуған ҡарҙан һуң ямғырҙар башланды. Ысынлап та, әлеге ҡарҙың иреп бөтөүе лә ихтимал. Ә ҡасан ныҡлап һыуыҡтар башланасаҡ?
Гисметео хәбәр итеүенмсә, 9 декабргә хәтлем һыуыҡтар көтөлмәй. Уға тиклем һауа температураһы плюс 3 градустан минус 7 градус тирәһе торасаҡ. Билдәле - төндә уға ҡарағанда һыуығыраҡ.
Киләһе көндәрҙә иһә һауа температураһы плюс тирәһе буласаҡ, ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
https://bashgazet.ru/articles/0905/2024-11-10/asan-ny-lap-yuytyr-4002088