Даирә
+21 °С
Болотло
Погода
6 Ноябрь 2024, 03:48

Иғтибар: көн боҙола

Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: һаҡ булығыҙ!    

Иғтибар: көн боҙолаИғтибар: көн боҙола
Иғтибар: көн боҙола

Иғтибар! Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.

Башгидромет фаразы буйынса бөгөн, 6 ноябрҙә республикала болотло һауа торошо көтөлә. Ҡар, төндә көньяҡта көслө; республиканың төньяҡ-көнбайышында яуым-төшөмһөҙ.

Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, көньяҡта ҡар һырынтылары. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр, урыны менән 18 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә -2, -7, көндөҙ 0, -5 градус.

Юлдарҙа урыны менән 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
Автор:
Читайте нас