Даирә
+24 °С
Ямғыр
Погода
10 Октябрь 2024, 10:19

Күршеләрҙә ҡар яуған...

Яңыраҡ ҡына әбейҙәр сыуағы вәғәҙә иткәйнеләр түгелме?..    

Күршеләрҙә ҡар яуған...Күршеләрҙә ҡар яуған...
Күршеләрҙә ҡар яуған...

Бөгөн Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә тәүге ҡар яуған. Мәҫәлән, Иркутскиҙа төндә ҡар булған, синоптиктар фаразы буйынса ул шәмбегә ирейәсәк. Ә бына күрше Свердловск өлкәһендә урыны менән буран, хатта һырынты, көрт булыуы ла ихтимал. Шулай уҡ Силәбе өлкәһендә лә ҡар яуған.

Ә Башҡортостанда ямғыр һәм епшек ҡар рәүешендә бер аҙ яуым-төшөм була. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫә, ҡайһы бер райондарҙа секундына 18 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +4°, +9°, төньяҡта -1°, көндөҙ +8°, +13°, төньяҡта +3°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында яуым-төшөм ваҡытында күреү мөмкинлеге мең метрға тиклем насарая.

Көслө ел ваҡытында йорт стеналары янында, йәмәғәт транспорты туҡталыштарында, реклама таҡталары һәм ағастар аҫтында йәшеренергә ярамай. Көслө ел ваҡытында электр тапшырыу линияһы аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын килеү үлемесле хәүефле. Ашығыс хеҙмәттәр телефоны - 112. 

Фото: ватсаптан скриншот.

Автор:
Читайте нас