Башҡортостанда ошо көндәрҙә һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә. Бөгөн көндөҙ ҡайһы бер райондарҙы көслө ел иҫә, уның тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етә, тип иҫкәртте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. Төндә төньяҡ райондарҙы еүеш ҡар яуа.
Көндөҙ шулай уҡ урыны менән ямғыр яуа, кискә ул епшек ҡарға әйләнә. Ел төньяҡ-көнсығыштан көслө иҫә. Һауа температураһы төндә 4,9 градус йылы, төньяҡта -1-гәсә һыуыта. Көндөҙ 8, 13 градус йылы. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларына күреү һәләте 1-2 километр ғына буласаҡ.
11 октябрҙә ҡар нығыраҡ яуа, айырыуса көнсығышта. Шулай уҡ көнсығыш райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятасаҡ. Төндә 0, -5 градус, көндөҙ 1, 6 градус йылы була.
12 октябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй, төндә көнсығышта ҡар яуа. Шулай уҡ урыны менән көслө ел иҫә. Һауа температураһы төндә -3, -8 градусҡаса һыуыта, көндөҙ 3, 8 градус йылы була.
Фото: Бәйләнештә.