-6 °С
Болотло
Башҡортостанда алдағы көндәргә һауа торошо билдәле булды. Республика синоптиктары әйтеүенсә, төбәктә йылы һәм ҡоро һауа торошо һаҡланасаҡ. Төндә Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡырау төшәсәк.
“Һауа температураһы йома төнөндә, 4 октябрҙә, -1,-6 градус һалҡын була, урыны менән 4 градусҡаса йылыта, көндөҙ 13, 18 градус тәшкил итәсәк”, –тип һөйләнеләр Башгидрометүҙәктә.
Шәмбе, 5 октябрҙә, термометр бағанаһы шул уҡ күрһәткестәрҙе күрһәтәсәк. Был көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй. Оҙаҡ ваҡыт эсендә тәүге ямғырҙар йәкшәмбе көндө яуасаҡ. Тик бөтә ерҙә лә түгел, ә урыны менән һәм ҡыҫҡа ваҡытлы.