Даирә
+24 °С
Дождь
Погода
2 Октября 2024, 15:35

Октябрҙә һауа торошонда сюрприздар көтөлә

Ай аҙағына тиклем минусҡа киткән температура көтөлмәй. Тағы ниндәй сюрприздар бар?     

Октябрҙә һауа торошонда сюрприздар көтөләОктябрҙә һауа торошонда сюрприздар көтөлә
Октябрҙә һауа торошонда сюрприздар көтөлә

Башҡортостанда йылы сентябрҙе шундай уҡ йылы башланған октябрь алмаштырҙы. Синоптиктар һауа торошона күҙаллауҙары менән бик ғәжәпләндерҙе.

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙә республикала уртаса айлыҡ һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә (көҙҙөң икенсе айы өсөн норма 4,3 градус тәшкил итә). Шул уҡ ваҡытта яуым-төшөмдөң аҙ булыуы күҙәтеләсәк.

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы була. Һауа температураһы төндә 0, 5 градус тәшкил итәсәк, урыны менән -5 градусҡаса, ҡырау төшөүе фаразлана. Көндөҙ һауа 13, 18 градусҡаса йылына. Яуым-төшөм көтөлмәй.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәрендә республикала бер аҙ һыуытасаҡ. 6 һәм 7 октябрҙә көндөҙ 14 градустан юғары булмаясаҡ.

Гисметео синоптиктары, республикала йылы 9 октябргә тиклем һаҡланасаҡ, тип фаразлай. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, 10 октябрҙән көндөҙгө һауа температураһы 9 градустан юғары булмай. Октябрь аҙағына тиклем көндөҙ минусҡа киткән температура булмаясаҡ тип көтөлә.

 

https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2024-10-02/oktyabr-aua-torosho-men-n-zh-pl-nderm-kse-3952810 

 

 

 

Автор:
Читайте нас