Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары илебеҙгә еңеү килтереү өсөн йәнен-тәнен аямаған яҡындарының фотоһүрәттәре менән ауыл буйлап «Үлемһеҙ полк» парады менән үткәс, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан әҙерләнгән “Бер кем дә, бер нимә лә лә онотолмай” тип аталған тантаналы өлөш башланды.
Район хакимиәтенең баш архитекторы – йәшәйеште тәьмин итеү, төҙөлөш һәм архитектура бүлеге начальнигы Артур Айбулатов сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм үҙенең исеменән Бөйөк байрам менән ҡотланы һәм изге теләктәрен еткерҙе. Һәүәләй ауыл Советы хакимиәте башлығы Тимур Ғәләүетдинов та яҡташтарын Еңеүҙең 80 йыллығы менән тәбрикләгәс, Тыуған илебеҙ тыныслығы өсөн төрлө йылдарҙа һәләк булғандарҙың барыһын да хәтергә алыу өсөн бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итте.
Бына, ниһәйәт, таҫмалар киҫелде, аҡ ябыу асылды һәм беҙҙең алға мөһәбәт һәйкәл пәйҙә булды. Ҡунаҡтар, ауылдаштар бер-бер артлы гөлләмәләр һалды һәм уларҙың һәр береһенең йөҙҙәрендә илебеҙгә тыныслыҡ бүләк итеүсе ата-бабаларыбыҙға бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәт билдәләре, әлеге барған һуғыш тиҙерәк бөтһөн тигән теләктәр сағыла ине.
Мәктәп уҡыусылары, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәрҙәр әҙерләгән илһөйәрәлек рухындағы йәмле концерт программаһы биҙәне был иҫтәлекле сараны. Һалдат бутҡаһы менән һыйланған саҡта ла тантанала ҡатнашыусылар – тыл һәм хеҙмәт ветерандары, һуғыш осоро балалары үҙҙәрен бер аҙға булһа ла яу ҡырына барып ҡайтҡандай хис иткәндер, моғайын.
Сараны әҙерләүҙә матди ярҙам күрһәткәндәре өсөн Бишауыл-Уңғар халҡы эшҡыуарҙар Фаилә һәм Рәфил Вәлиәхмәтовтарға, бутҡа менән һыйлаусы Динә Исхаҡова менән Фәимә Хисамоваға оло рәхмәттәрен белдерҙе.
Киләсәк быуын да Ватаныбыҙ өсөн көрәшкән барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы ошолай хөрмәтләп хәтергә алыр, бер кем дә, бер нимә лә онотолмаҫ, тигән өмөттәр менән таралыштыҡ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.