“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан Йәрмәкәй районында ҡулланыу баҙарында эшләүсе хужалыҡ субъекттарының хоҡуҡи белемен һәм социаль яуаплылығын арттырыуға, ҡулланыусыларҙың белемен арттырыуға, район халҡының үҙ-үҙен яҡлауға йүнәлтелгән күсмә сара ойошторолдо.
Хужалыҡ итеүсе субъекттар өсөн тематик семинарҙа министрлыҡтың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге начальнигы Л. Сөләймәнова ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә ҡануниәт нигеҙҙәре тураһында ентекләп һөйләне. Ул шулай уҡ ҡулланыусылар һәм хужалыҡ итеүсе субъекттар хоҡуҡтарын яҡлауҙың хоҡуҡи механизмдары тураһында ла һөйләне.
Һуңынан ҡулланыусылар һәм эшҡыуарҙар өсөн "ҡыҙыу бәйләнеш", министрлыҡтың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге начальнигы Ләйлә Сөләймәнованың шәхси ҡабул итеүе һәм “Элит” сауҙа үҙәге биләмәһендә ҡулланыусылар һәм эшҡыуарҙар өсөн консультациялар ойошторолдо.
“Халыҡҡа аң-белем таратыу өлкәһендә алып барылған эш граждандарҙа тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып алғанда килеп тыуған төрлө хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тотоу күнекмәләрен һәм стереотиптарын эшләргә мөмкинлек бирә”, – тип билдәләне райондың бизнес-шәрифе Эльвира Мирғәсимова.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.