Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы “Агростартап” программаһы буйынса яңы эш башлаған фермерҙар араһында грант алыусыларҙы һайлап алды. Программа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Ул яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеүгә һәм артабан үҫтереү маҡсатында уларҙы ауыл хужалығына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Республикала 36 йәш эшҡыуар үҙенең бизнес-пландарын тормошҡа ашырыуға гранттар аласаҡ. Еңеүселәр араһында Краснокама районынан Алмаз Нәбиев та бар. Ул Ҡырымһарай ауылында ҡаҙ ите етештереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнергә ниәтләй. Уның ҡош үрсетеү өсөн бинаһы бар. Артабанғы үҫеше өсөн мал аҙығы таратыу системаһы һәм ниппеллы һыу эсереү системаһы өсөн ҡорамалдар, һыуытҡыс камера һәм башҡа техника һатып алырға кәрәк. Грант аҡсалары ошо маҡсатҡа йүнәлтелә. Фермер ҡаҙ бәпкәләрен һатып алырға, түшкәләренән туңдырылған, ҡаҡланған, ыҫланған ит әҙерләргә һәм һатырға ниәтләй. Алдағы биш йылда уларҙың һанын 1000 баштан 3700 башҡа еткерергә ниәтләй.
Конкурс еңеүселәре, бизнес-проектта күрһәтелгән суммаға ярашлы, 7 миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ. Еңеүселәр араһында ит малсылығы (14 проект), йылҡысылыҡ (алты) буйынса проекттар күп, һөт малсылығы, үҫемлекселек, умартасылыҡ һәм башҡа йүнәлештәр буйынса проекттар бар.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Краснокама районы хакимиәте.