Даирә
+4 °С
Ясно
Новости
16 Октября , 09:20

Бөгөн - бөтә донъя икмәк көнө

Иң ҡәҙерле ризыҡ ул икмәк. Бына бер рецепт. Уны биреүселәр совет заманындағы әпәй тәмен хәтерләтеүен әйтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн - бөтә донъя икмәк көнөБөгөн - бөтә донъя икмәк көнө
Бөгөн - бөтә донъя икмәк көнө

Кәрәк: 650 мл йылы һыу, 2,5 балғалаҡ ҡоро сүпрә, бер балғалаҡ шәкәр, ике балғалаҡ тоҙ, бер кг он.

Тәрән һауытта ошо ингредиенттарҙы сиратлап һалып, болғарға. Он, бәлки, күберәк йә әҙерәк тә китер. Яҡшылап ҡамыр баҫҡас (ул йомшаҡ булһын), ябып, бер-ике сәғәткә йылыға ултыртып торорға.

Тәғәйен ваҡыт үткәс, ҡамырҙы икегә бүлеп, формаға һалырға. Тағы бер аҙ күтерәлһен.

180 градус эҫелектәге мейестә/духовкала 30 – 40 минутта бешә.

 

Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:
Читайте нас