Даирә
+2 °С
Ясно
Новости
9 Октября , 10:44

Икеһе лә атҡаҙанған исеменә лайыҡ улар

Мин улар менән күптән түгел генә уҙған берҙәм тауыш биреү көндәрендә эшләгән саҡта танышҡайным. Яғымлы һөйләшеүҙәре, мөләйем йөҙҙәре менән Фәрзәнә һәм Фирҡәт Кәримовтар шунда уҡ иғтибарымды үҙҙәренә йәлеп иттеләр. Һайлау участкаһында оҙон-оҙаҡ һөйләшеп тороу форсаты теймәне, шуға ла мин улар тураһында гәзиткә мәҡәлә яҙырға теләгемде белдереп, тағы ла осрашырға вәғәҙә иткәйнем.

Добавить в предпочтительные источники Google
Икеһе лә атҡаҙанған исеменә лайыҡ уларИкеһе лә атҡаҙанған исеменә лайыҡ улар
Икеһе лә атҡаҙанған исеменә лайыҡ улар

“Вәғәҙә – иман” тигәндәй, бына мин, икеһе лә тыуған төйәгебеҙҙең иң мәртәбәле наградаларының береһенә лайыҡ булған Кәримовтар янында.

Күптән түгел генә 85 йәшлек юбилейын ҡаршылаған Фир­ҡәт Ибраһим улы Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылды алыҫ Үзбәкстандың Фир­ғәнә ҡалаһында донъяға килгән. Атаһын һуғышҡа ал­ғас, әсәһе тыуған яҡтарына – Ҡырмыҫҡалы ауылына күсеп ҡайта. Һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә татып үҫкән үҫмер мәктәптә тырышып уҡый. 11се класты тамамлағас, өлгөргәнлек аттестаты менән бергә “Киң профилле механизатор” танытмаһын да ала. Колхозда практика үткән саҡта тракторҙа эшләп, бай тәжрибә лә туплап өлгөргән егет күп уйлап тормай, ошо һөнәр буйынса артабан белем алыу теләге менән Өфөләге Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына килә.

Юғары белемле ауыл хужалығы механизацияһы белгесен Ҡаҙағстанға сиҙәм ерҙәрен күтәрергә йүнәлтәләр. Бында бер нисә йыл ғына баш инженер булып эшләү дәүерендә ул үҙен яҡшы хеҙмәткәр итеп таныта һәм Маҡтау грамотаһына эйә була. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу менән уны данлыҡлы Шайморатов исемендәге колхоз етәкселеге үҙҙәренә баш инженер итеп эшкә саҡыра. Һуңыраҡ Салауат исемендәге колхозға эшкә күсеп, бер аҙ эшләгәс, тырыш хеҙмәткәрҙе райондың ауыл хужалығы идаралығына баш инженер вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Артабан ул “Сельхозхимия” идаралығы директоры вазифаһын башҡара, “Агрохимик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте етәкләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә Фирҡәт Ибраһим улы үҙен уңған хеҙмәткәр, яуаплы хужа итеп күрһәтә. Ул етәкләгән ойошмалар һәр саҡ алдынғылар рәтенә сыға. Был турала уларҙың йорттарының түрендә ҡәҙерләп һаҡланған бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм миҙалдары һөйләй.

- Мәктәп йылдарында беҙҙең барыбыҙҙы ла тракторсыға уҡыталар ине. Шул саҡтарҙа күптәребеҙ механизацияны үҙ итеп, артабанғы юлын ошо һө­нәр менән бәйләне. Мин дә киләсәк тормошомдо шул йүнәлешкә бағышланым. Ауыл хужалығы техникаһының күп ваҡыты, колхоздар гөрләп эшләгән заман ине. Ниндәй генә вазифа биләһәм дә, хеҙмәтем техника һәм ер, ашлама һәм уңыш менән бәйле булды. Ҙур уңыш алыу өсөн баҫыуҙарҙы дөрөҫ ашларға ла кәрәк икәнлеген яҡшы белгәнлектән, барлыҡ район хужалыҡтары баҫыуҙарын кәрәкле ашлама менән тәьмин иттек. Йәнем-тәнем менән бирелеп эшләнем, көнтөн тип торманым, - ти Фирҡәт Кәримов үҙенең яратҡан хеҙмәте хаҡында.

Үҙе һайлаған һөнәргә тоғро ҡалып, 71 йәшенә тиклем хеҙмәтен ташламай ул. Эшләгән дәүерҙә район һәм ауыл Советы депутаты, һайлау эше өсөн яуаплы була. Райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә тос өлөш индерә һәм лайыҡлы рәүештә “Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән билдәләнә.

Фирҡәт Кәримовтың эшенә яуаплы ҡарашы менән бер рәттән кешелекле булыуы хаҡында ла район халҡынан күп ишетергә була.

80 йәшкә аяҡ баҫҡан Фәрзәнә Фәйзрахман ҡыҙы Ҡолош ауылында тыуып үҫкән. Тәүҙә тыуған ауылында, артабан Ҡабаҡ, Бишауыл-Уңғар ауылдары мәктәптәрендә урта белем алғас, Яңы Ҡыйышҡы ауыл китапханаһына эшкә урынлаша һәм шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Өфө китапхана техникумына уҡырға инә. Бер йылдан уны Алайғыр ауыл китапханаһына эшкә ебәрәләр.

Үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән хеҙмәткәрҙе Ленин исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар һәм Ҡырмыҫҡалыға эшкә күсерәләр. Бында ул бер аҙ мәҙәниәт бүлегендә инспектор вазифаһын үтәй. Район үҙәк китапханаһында эш башлағас, уны 1986 йылда бында директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп ул оҙаҡ йылдар тырышып үҙ хеҙмәтен башҡара. Бер үк ваҡытта комсомол ойошмаһы эшен дә яҡшы алып барғаны өсөн ВЛКСМ Үҙәк комитетының “Алтын башаҡ” билдәһе менән бүләкләнә.

- Мин бәләкәйҙән китап, гәзит уҡырға яраттым. Атаәсәйем бик күп итеп гәзит-журналдар яҙҙыра ине. 1-се класта уҡығанда китапхананан китап алам да, уны өйгә ҡайтып та етмәҫ элек уҡыйым да бөтәм. Шулай итеп, көнөнә бер нисә тапҡыр барып, китапханасыны аптыратып бөтә торғайным. Ошо гәзит-журналдар уҡырға яратыуым имтихан биргән саҡта ла күп ярҙам итте. Мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратып уҡыным, - ти үҙенең китапханасы һөнәрен һайлауы хаҡында Фәрзәнә Кәримова.

Оҙаҡ һәм намыҫлы хеҙмәте, фиҙаҡәрлеге, район мәҙәниәтен үҫтергәне өсөн Фәрзәнә Фәйзрахман ҡыҙы ла төрлө кимәлдәге бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исемгә лайыҡ була.

- Тормош юлымда гел яҡшы кешеләр генә осраны. Ҡайҙа эшләһәм дә, һәйбәт коллектив булды. Уларҙың күптәре менән һаман да аралашып торабыҙ. Мине эшкә өйрәтеүселәргә, хеҙмәтемде баһалаусыларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Мәликә Жданова, Римма Мөхәмәтшина, Флүрә Ғиззәтуллина һәм башҡаларҙы онотмайым. Китапхана эшен мөкиббән китеп яраттым. Үҙем дә һәр саҡ тәжрибәм менән уртаҡлаштым. “Һеҙ мине китапхана эшен һөйөргә өйрәттегеҙ”, - тип, әле лә урамда осратһалар, китапханасылар оло рәхмәттәрен әйтеп китә. Тимәк, оҙаҡ йыллыҡ хеҙмәтем бушҡа булмаған, ошонан да ҙур бәхет юҡтыр тигән уйҙамын, - ти хеҙмәт уҙаманы.

Алты йәштә генә әсәһен юғалтып, үгәй әсә тәрбиәһендә, әммә үгәйлекте бөтөнләй һиҙмәй үҫә ул.

- Үгәй әнкәйем шул тиклем изге күңелле, уңған булды. Беҙҙе, өс баланы, үҙ балаларындай ҡараны, һәр ваҡыт йылы ашы менән оҙатып, ҡаршы алып торҙо. Атай-әсәйемә барыһы өсөн дә рәхмәтлемен, - ти ул был хаҡта.

- Үҙҙәре әйтмәһә, үгәй икәнен белмәҫ тә инем. Әбей шул тиклем яҡшы, кешелекле булды. Ҡайҙа ултыртырға, нимә ашатырға белмәй йүгереп йөрөй торғайны, - тип ҡушыла уның һүҙҙәренә тормош иптәше.

Фәрзәнә һәм Фирҡәт Кәримовтар матур ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биргәндәр.

- Әле генә Ҡаҙағстандан ҡайтҡан сағым. Ауыл хужалығы идаралығы тәҙрәһенән ҡарап тора инем, бер матур ғына ҡыҙҙың сығып киткәнен күреп ҡалдым да ныҡ оҡшаттым. Һуңыраҡ китапханала күрҙем һәм аралаша башланыҡ, - тип хәтерләй йорт хужаһы үҙҙәренең өйләнешеү тарихын.

- Ипле, әҙәпле булыуы оҡшаны, - тип өҫтәй хужабикә.

Кәримовтарҙың иң оло улдары Илшат атаһының эшен дауам итә тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Ул “Баер” компанияһында эшләй һәм бар республиканы һәм башҡа яҡын илдәрҙе кәрәкле ашлама менән тәьмин итә. Ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Гөлшат табип һөнәрен һайлаған һәм уңышлы эшләп йөрөй. Уның да ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ үҫә. Кесе ҡыҙҙары Гөлнара юрист һөнәрен үҙ иткән һәм район мәнфәғәтендә хеҙмәт итә.

Ҡырмыҫҡалы үҙәгендә үҙ ҡулдары менән күркәм йорт һалып сыҡҡандар Кәримовтар һәм бөгөнгө көндә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ярҙамын тойоп, матур итеп икәүләшеп донъя көтәләр.

Әйткәндәй, Фәрзәнә менән Фирҡәт Кәримовтарҙың икеһе лә әлегә ҡәҙәр гәзит-журнал, китап уҡырға ярата. Тормоштарынан да, яҙмыштарынан да ҡәнәғәт улар. Бер-береһен хөрмәт итеп, әлеге көнгә тиклем йәшлек хистәрен һаҡлап йәшәгәндәре әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.

- Гәзитһеҙ тора алмайбыҙ. Хәҙер почтальондар етмәгәс, гәзиткә яҙылһаң да килтермәйҙәр. Шуға почтанан йә магазиндан һатып алабыҙ. Беҙгә кәрәк гәзит бөтөп ҡуймаһын тип, ашығып барабыҙ, хатта. Шөкөр, әле ваҡытыбыҙ күп, рәхәтләнеп уҡыйбыҙ, кроссвордтар сисәбеҙ. Берәй һорауҙың яуабы төндә уянып киткәндә хәтергә төшһә, шунда уҡ тороп яҙып ҡуябыҙ. Ваҡытында рәхәтләнеп эшләнек тә, йәшәнек тә. Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Ауыр ваҡыттары ла булғылай. Үткән ғүмеребеҙгә әйләнеп ҡарап, бер ҡасан да хөрт, алама йәшәнек тип әйтә алмайбыҙ. Барыбыҙ ҙа бер тиң инек, бай ҙа, ярлы ла булманыҡ. Әле бигерәк тә яҡшы йәшәйбеҙ. Йортҡа һыуы ла, газы ла ингән, - ти улар бер тауыштан.

Хоҙай Тәғәлә уларҙы ошо бәхеттәренән айырмаһын һәм тағы ла оҙаҡ йылдар шулай бәхетле һәм парлы ҡартлыҡ кисерергә яҙһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас