

Шәмбе кисе ине был көн. Йыраҡтан ҡунаҡҡа туғандарым килеп төштө. Ауыл кешеһе тик торамы ни инде, бына туғаным да ярҙам итеү ниәте менән өй башына менеп китте. Тик кире төшкән саҡта ҡулы тайып китеп, профнастилдың ҡырыйына беләге ныҡ ҡына йәрәхәтләнде, яранан сорлап ҡан аға башланы. Беҙ күмәкләп эргәһендә йүгергеләп йөрөйбөҙ, яраны эшкәртеп, бәйләргә тырышабыҙ. Беләк ныҡ ҡына киҫелгән. Үҙебеҙ медицина хеҙмәткәре булмаһаҡ та, дауаханаға мөрәжәғәт итергә, был яраны тегергә кәрәклеге тураһында һөйләнәбеҙ. Тик әлеге лә баяғы ауыл кешеһе, етмәһә, ир кеше дауахана тиһәң, ҡото оса, төрлө сәбәп табып унда бармаҫҡа тырыша. Мотлаҡ дауаханаға барырға кәрәклеге тураһында күпме генә аңлатырға тырышып, күпме генә өгөтләһәк тә, ҡыҙғанысҡа, күндерә алманыҡ. Шул ваҡыт башҡа бер елле генә уй килеп төштө. Ике яҡ күршемдә лә медиктар йәшәй. Береһенә барып күрһәтергә кәрәк яраны, медик кеше әйтһә, туғаным да тыңлар. Барҙыҡ күршемә. Ул яраны асып ҡараны ла:
- Дауаханаға барырға, тиҙ арала йәрәхәтте тегергә кәрәк, былай ғына тиҙ уңалмаясаҡ, - тине һәм шунда уҡ беренсе ярҙам күрһәтеп, яраны эшкәртеп, бәйләп тә ҡуйҙы.
Ни хәл итәһең, туғандарыңдың һүҙен тыңламаһаң да, медицина хеҙмәткәре менән бәхәсләшеп тороп булмай. Машинаға ултырып тиҙ генә дауаханаға табан елдерҙек. Бында килһәк, ял көнө, кис булыуға ҡарамаҫтан, ҙур ғына сират теҙелгән. Ҡабул итеү бүлмәһендәге вахтала ултырған апайҙар ҙа, ҡулдарын ян-яҡҡа йәйеп:
- Аптырарһың, ҡайһы саҡ шулай кеше күбәйеп китә, нимәгә бәйлелер инде был, - тип аптырашалар.
Магнит дауылылыр, бөтәһе лә хәҙер шуны һөйләй бит, тип уйлап ҡуйҙым эстән генә.
Сиратыбыҙҙы көтөп ултырғанда ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та мәлдәр кисерҙек. Бер ир ҡулы ойоуының туҡтамауына зарланып килгән, икенсе йәш ҡатындың аллергияһы көсәйеп киткән. Бына төптәге бүлмәнән оло ғына йәштәге ир килеп сыҡты. Ҡулын ап-аҡ бинт менән бәйләп ҡуйғандар.
- Бер сәтәкәй бармаҡ һынған тип, әллә нисә бармаҡты бәйләп сығарҙылар. Хәҙер мин нисек эш эшләйем инде? Ҡайтҡас та алып ырғытам, - тип асыулана ир.
- Ярай, эшләмәй торорһоғоҙ, бер аҙ ял итеп алырһығыҙ, - тип тынысландырырға тырышҡан булам тегене.
Әлеге лә баяғы ауыл кешеләренең ғәҙәте. Эшһеҙ тик ята белмәйҙәр. Нисек кенә сирләһәләр ҙә, йәрәхәтләнһәләр ҙә һаман да шул ауыл ерендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш тураһында уйлайҙар.
Әмәлгә ҡалғандай, был ирҙең һөйләнеп ултырғанын эс яҡтан табип ишетеп ҡалған.
- Нишләп уны алдан әйтмәнегеҙ? Бинтты алып ырғытыр булғасһығыҙ, ыҙалап, әллә күпме ваҡытты сарыф итеп, гипс һалып та тормаҫ инем, - тигән һүҙҙәре ишетелгәйне табиптың, ниһайәт, был ир тынысланды.
Бына беҙҙең сират етте.
- Нимә булды? – тип һорай табип.
- Профнастил менән беләкте киҫтек.
- Һин киҫтеңме ни? – ти табип, миңә ҡарап.
- Юҡ, үҙе киҫкән, - тием, көлөргәме, әллә иларғамы белмәй.
Туғанымды алып кереп киттеләр. Шул арала дауаханаға бармағын бәйләп алған бер ханым килеп керҙе.
- Нимә булды? – тип һоранылар унан.
- Бына бармаҡты яңылыш ныҡ итеп ҡыҫтырҙым, һыҙлай.
Сиратта тын ғына ултырабыҙ. Бүлмәнән туғаным килеп сыҡты. Яраһын теккәндәр, столбняк уколы һалғандар. Иртәгәгә яраны яңынан бәйләтергә килергә ҡушҡандар.
Йәкшәмбе көн туғаным менән тағы килдек ҡабул итеү бүлмәһенә. Бында тағы арыу уҡ ҡына кеше йыйылған. Бер апайҙың бөтөнләй хәле юҡ, шундағы эскәмйәгә һуҙылып ятҡан, ыңғыраша. Мин көтөп ултырам. Бына бармағын бәйләп алған өлкән генә бер әбей килеп инде.
- Бармағын балта менән сапҡан, - тине уны алып килгән улы шунда уҡ.
“Оло ғына йәштә, балта менән нимә эшләне икән был әбей? Утын ярҙымы икән ни?” – тигән уйҙар шунда уҡ баштан үтте. Түҙмәнем, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса, үҙемдең эргәмә килеп ҡунаҡлаған әбейгә ипләп кенә һорауҙарымды бирә һалдым.
- Ит саптым. Эй, йөрөйөм инде шунда ҡыҫылып, олоғайған килеш. Балалар үҙҙәре лә эшләр ине. Юҡ инде, шул иткә миңә барып йәбешергә кәрәк. Кем итте шулай итеп бер ҡулы менән тотоп тороп саба инде, - тип үҙен-үҙе тиргәй башланы әбейем.
Тағы ла шул ябай, уңған ауыл халҡының эшһеҙ бер ҙә генә тик тора белмәҫлеге инде был.
Бына шулай, бер ҡараһаң ҡыҙыҡ, бер ҡараһаң ҡыҙғаныс, бер-ике сәғәт эсендәге күҙәтеүҙәремде ҡағыҙ битенә теҙҙем.
Бер туҡтауһыҙ килгән кешеләрҙе ҡабул итеп, уларға тәүге ярҙам күрһәткән табиптарға, күршемә һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттәр яуһын, уларға Хоҙай Тәғәлә түҙемлек, иҫәнлек бирә күрһен. Ни тиһәк тә, ниндәй генә хәлгә тарыһаҡ та, иң тәүҙә шулар янына йүгерәбеҙ бит.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.