Даирә
+12 °С
Облачно
Новости
2 Октября , 06:05

Һөт байрамы шәп үткән тиҙәр...

Халҡыбыҙ борон-борондан малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Бигерәк тә көнкүрештә һыйыр малының роле ҙур булған. Ошо аҙнала Үрге Төкөн ауылында “Һыйлы көнөң һыйырҙа” тип аталған Һөт байрамы уҙҙы. Ул халҡыбыҙҙың борондан килгән тап ошо төп шөғөлгә – малсылыҡҡа, һыйыр һөтөнән әҙерләнгән милли ризыҡтарға арналды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөт байрамы шәп үткән тиҙәр...Һөт байрамы шәп үткән тиҙәр...
Һөт байрамы шәп үткән тиҙәр...

Ҡыҙғанысҡа, “Даирә” гәзите редакцияһының барлыҡ хеҙмәткәрҙәре был аҙнала уҙған һайлауҙа эшләү сәбәпле, йәмле байрамға бара алманы. Шулай ҙа ул сараның шаһиттары үҙҙәренең тәьҫораттарын белдереп беҙгә хәбәр ебәрҙеләр.

Әйтемгә тоғро ҡалабыҙ

- Бай тәбиғәтле, уңған, берҙәм халҡы менән дан тотҡан Үрге Төкөн ауылында икенсе тапҡыр “Һыйлы көнөң – һыйырҙа” тигән Һөт байрамы үтте. Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда яңғыраған гармун, баян тауыштары, ҡурай моңдары, халыҡ йырҙары тирә-яҡҡа таралды.

Был матур байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, филология фәндәре кандидаты, М.Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Фәнзил Санъяров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрғәт Ҡотлобаев килде.

Әлфир Фәрхәт улы байрамды асып, сәләмләү сығышын яһағас, ауылыбыҙҙың данын төрлө тарафтарға таратҡан “Мәләш” фольклор ансамбленә, байрамдың бағыусыһы булған Рөстәм Рәхмәтуллинға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Шулай уҡ ул ярты быуат бергә иңгә-иң терәшеп донъя көткән Фатима һәм Мөхөтдин Бикҡужиндарҙы бүләкләне, Чернобыль һәләкәтендә ҡатнашыусы Зинур Зәйнуллинға миҙал тапшырҙы.

Ҡамышлы ауылы хакимиәте башлығы Илгиз Бикҡужин да халыҡты байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм юбилярҙарҙы тәбрикләне. Байрам тантанаһында 70, 60, 50 йәшен билдәләгән юбилярҙар, яңы тыуған сабыйҙар бүләкләнде.

“Һыйлы көнөң һыйырҙа”, - ти боронғолар. Эйе, ысынлап та ошо әйтемгә тоғро ҡалып, мал-тыуарҙы күпләп аҫрай Үрге Төкөн халҡы. Шуға ла уларҙың табындары мул, һыйлы. Был көндө лә ҡунаҡтарҙы һөт, ҡатыҡ, май, ҡорот, эремсек, айран һәм башҡа һөт аҙыҡтары ҡушып әҙерләнгән ризыҡтар менән тулы өҫтәлдәр ҡаршы алды. Бал менән балыҡ та ситтә ҡалманы, сөнки малсылыҡтан һуң, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ менән дан тота ауылыбыҙ.

Төрлө күргәҙмәләрҙә ауыл халҡының булмышы асыҡ сағыла ине. Байрамда Ҡамышлы ауылы биләмәһендә урынлашҡан мәктәптәр ҙә сағыу күргәҙмәләр ойошторҙо.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә гуманитар ярҙам ебәрергә хәйриә акцияһы ойошторолдо. Унда үлән сәйҙәре, бал, маскировка селтәрҙәре, ойоҡбаштар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар йыйылды.

Үҙешмәкәр артистар тарафынан әҙерләнгән эстәлекле концерт та халыҡ күңелен яуланы. Байрамыбыҙҙа ҡатнашыусыларҙың, ярҙам итеүселәрҙең, тәмле ризыҡтар әҙерләүселәрҙең барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен, имен булайыҡ! – тигән сәләмен ебәрҙе Үрге Төкөн ауылы клубы етәксеһе Айгөл Хәмитова.

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы

- Һөт байрамы шәп булды! Күрше хаҡы - тәңре хаҡы, тигән халҡыбыҙ. Ут күршебеҙ булмаһа ла, райондаш булған яҡташтарыбыҙҙың - Үрге Төкөн ауылы халҡының матур байрамдарында ҡатнашып, үҙ туғандарыбыҙҙы осратҡандай шатланып йөрөп ҡайттыҡ әле!

Лариса Абдуллина әйтмешләй, беҙ булһаҡ - шунтай булабыҙ, ҡырмыҫҡалай килеп тулабыҙ, тинек тә, ауылдаштарым - үтәгәндәр менән делегация булып барҙыҡ Үрге Төкөнгә.

“Һыйлы көнөң – һыйырҙа” тигән күркәм һөт байрамына олоһо ла, кесеһе лә, яҡындағыһы ла, йыраҡтағыһы ла килгәйне. Үрге Төкөн халҡының уңғанлығы, таҫыллығы, тыуған ергә ихлас һөйөүҙәре, йырмоңға әүәҫлеге бөтәһен дә хайран итте!

Ҡунаҡ булғас – һый-хөрмәт тә тейеш инде ҡунаҡҡа! Ауыл хужабикәләре әҙерләгән аш-һыу, ҡайнар былау һәм мәтрүшкәле сәй һәммәһенең күңеленә хуш килде!

- Беҙҙең яҡтың балығынан ауыҙ итегеҙ, тигәстәре – “ғүмеребеҙҙә тәмләгән юҡ бындай тәмле балыҡты”, тип уныһына ла етештек. Әлхәмдүлилләһ шөкөр, халҡыбыҙ киң күңелле һәм йомарт! Афарин, үргетөкөндәр! Афарин, яҡташтар! Дан булды Һөт байрамы! – тигән ысын күңелдән сыҡҡан тәьҫораттары менән бүлеште Үтәгән ауылынан Айрат Искәндәров.

Ауылымда гөрләп уҙҙы «Һөт байрамы»!

Минең ғәзиз тыуып үҫкән ерем – гүзәл Үрге Төкөн ауылында оло тантана, күңелле һәм иҫтәлекле «Һөт байрамы» гөрләп үтте!

Был көндө тәбиғәт үҙе лә беҙгә сағыу ҡояш нурҙарын бүләк итте. Ауыл халҡының һәм ҡунаҡтарҙың балҡып торған йөҙҙәре, ихлас күңелдәре байрамға айырыуса йәм өҫтәне.

Байрам майҙаны ысын мәғәнәһендә күҙҙең яуын алырлыҡ ине. Аш-һыу менән һығылып торған табындар: һәр хужалыҡ үҙенең ҡул көсө менән етештерелгән аҡ ризығын — телеңде йоторлоҡ ҡаймаҡ-ҡатығын, эремсек-ҡоротон, һары майын, милли аштарын тәҡдим итте. Аҡ ризыҡ – өҫтәлгә бәрәкәт, йәнгә шифа бит ул!

Ҡамышлы, Малай, Түбәнге Төкөн ауылы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡулы тейгән ҡурсаҡтар, сигеүҙәр, рәсемдәр һәм милли кәсептәр халҡыбыҙҙың ижади байлығын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Йыр-бейеүҙәр: һәүәҫкәр артистарҙың дәртле йырҙары һәм бейеүҙәре, ҡурай моңо, гармун тауыштары күңелдәрҙе күккә сөйҙө.

Байрам барышында ауылдаштарыбыҙға оло хөрмәт күрһәтелде. Беҙҙең ауылдың берҙәмлеген, бер ғаилә булып йәшәүен ошо сара тағы ла нығытты.

Тыуған төйәгем – Үрге Төкөнөм менән сикһеҙ ғорурланам! Ауылдаштарымдың берҙәмлеге, уңғанлығы, ҡунаҡсыллығы һәр ваҡыт һоҡландыра. Ошондай байрамдар беҙҙе берләштерә, тамырҙарыбыҙҙы яңырта. Байрамды ойоштороусыларға, байрамды үткәреү өсөн көс һалған әүҙем ауылдаштарыма, тырыш хужаларға, ихлас ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт! – тигән ҡыуанысын белдерә Гөлсиә Бикҡужина.

Беҙҙең ҡанға һеңгән

- Беҙҙең ни ҡанға һеңеп киткән, нисек итеп һайлауға бармай ятып ҡалаһың инде. Иртә менән һайлауға, унан байрамға. Һөт байрамына саҡырғандар ине, шунда барҙыҡ. Кеше еҫкәп, байрам күреп ҡайттыҡ. Күптән күрмәгән урман хужалығы министры урынбаҫары, оҙаҡ йылдар тыуған яғым – Йылайыр районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Илгиз Лирманович “Аһ-аһ, Фәниә апай, бында нимә ҡарап йөрөйһөң?”, - тип һушы китте. Ҡыҫҡаһы, байрам күреп, былау ашап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ. Сара матур үтте, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, - тип яҙа үҙенең битләүендә Фәниә Ишбулатова.

Бына шулай, йәмле байрамды үҙ күҙҙәребеҙ менән күрмәһәк тә, яҡташтарыбыҙҙың ошондай матур хәбәрҙәре аша, хатта күргәндәй ҙә булдыҡ. Тәьҫораттарығыҙ менән бүлешкәнегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Һеҙҙән гелән шундай матур хәбәрҙәр көтөп ҡалабыҙ!

Розалия НАЗАРОВА.

Һөт байрамы шәп үткән тиҙәр...
Һөт байрамы шәп үткән тиҙәр...
Һөт байрамы шәп үткән тиҙәр...
Һөт байрамы шәп үткән тиҙәр...
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас