

Тормош йөгөн яңғыҙ тартып, донъяһын матур итеп көткән Нәсимә Ишемғоловаға ла һоҡланмайынса мөмкин түгел. Ауыр сирҙе лә еңеп сыҡҡан ул һәм бөгөнгө көндә ҡәҙерле балаларының хөрмәтле әсәһе, һөйөклө ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең яратҡан өләсәһе булып, Алайғыр ауылында гөрләтеп донъя көтә.
Алайғыр мәктәбендә дүртенсе класты тамамлағас, өс йыл Иҫке Бәпес ауылына йөрөп уҡый. Тыуған ауылында мәктәп асылғас, балалар ҡыуанышып үҙҙәренең белем усаҡтарына кире ҡайталар.
- Ауылыбыҙ мәктәбенең иң тәүге сығарылыш уҡыусылары беҙ. Инәйем менән нәнәйемдән дөрөҫ тәрбиә алып үҫтек. Улар беҙҙе бар эшкә өйрәттеләр. Нәнәйем уҫал һәм ҡаты, әммә ғәҙел булды, - тип хәтерләй Нәсимә апай йыраҡта ҡалған әсәйле һәм нәнәйле бала саҡтарын иҫкә төшөрөп.
Элек ауылдың һәр йортонда күпләп мал-тыуар аҫраһалар, хәҙер был күренеш һирәгәйҙе. Күптәр әллә ҡасан малдарын бөтөрҙөләр.
- Эшкә һөйөү тәрбиәһе алып үҫкәнгәлер, тырышып-тырмашып донъя көтәм. Атымды һатып ебәргәнгә 3-4 йыл була. Һыу ташыу өсөн һәр саҡ ат кәрәк ине. Ауылыбыҙға һыу үткәс, илай-илай атымды һатып ебәрҙем. Малдарымды шул тиклем яратам. Уларҙың һәр береһенең үҙ ҡушаматы бар. Исемдәре менән өндәшһәм, кәзәһе лә, һыйыры ла, быҙауы ла әллә ҡайҙан яныма йүгереп килә. Күҙҙәремә генә ҡарап, әйткән һәр бер һүҙемде аңлап торалар. Аңламаған кешене, ғәҙәттә, “хайуан” тип әрләйҙәр. Киреһенсә, хайуандар нығыраҡ аңлайҙар тиер инем. «Мальвина» тигән һыйырымды иртән сыҡҡас, тәүҙә һыйпайым, яратам, шунан ғына һауырға ултырам. Ул да мине үҙенсә ярата, ялай-ялай һауҙыра. Көтөүҙән иң тәүгеләрҙән булып йүгереп ҡайта. Инәй, малдарыңды бөтөр инде, тиһәләр ҙә балалар, тыңламайым. Беләм, олоғайҙым, сәләмәтлегем дә яҡшынан түгел, мал аҫрарлыҡ рәтем ҡалманы, тик малдарым шундай аҡыллы, уларҙы һатырға йәлләйем, - ти мал йәнле, 37 йыл һауынсы булып эшләгән Нәсимә апай.
Нәсимә Мөхәмәт ҡыҙы матур йырлай ҙа. Һигеҙенсе класты тамамлағас, уны клуб мөдире итеп ҡуялар, тик әлеге лә шул йорт хайуандарына булған һөйөүе көслөрәк булып сыға. Ике йыл тирәһе клубта эшләгәс, әсәһе янына фермаға эшкә бара. Шулай итеп хаҡлы ялға сыҡҡансы еңел булмаған һауынсы хеҙмәтен үтәй ул.
- Инәйем ныҡ матур йырлай торғайны. Мәктәптә уҡыған саҡта ла бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаштым, концерттарҙа сығыш яһаным. Башҡорт телевидениеһы асылғас, бер нисә ауылдашым менән унда барып ҡайттыҡ, - ти ул йыр-моңға булған һөйөүе хаҡында.
Ҡыҙғанысҡа, Нәсимә апайға артабан уҡыу ғына тәтемәй, кем белә, бәлки, билдәле йырсы булып та киткән булыр ине.
Оҫта быйма баҫыусы, ат яратыусы, әрме хеҙмәтенән көтөп алған һөйгәне, тормош иптәше Фәнүр Фәйзрахман улы менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа, Нәсимә апайға бик күп ҡайғы кисерергә тура килә. 25 йыл элек тормош иптәше мәрхүм була, 52 йәштә өс балалы улы менән килене фажиғәле рәүештә һәләк булалар, биш балаһын етем ҡалдырып, 35 йәшлек ҡыҙы яман сирҙән донъя ҡуя.
- Ҡайғыларым күп булды шул. Сәләмәтлегемде шул да бөтөргәндер инде. 2019 йылда инсульт кисереп, Хоҙайыма шөкөр, яңынан аяҡҡа баҫтым. Бына тағы, ҡыш көнө малға бесән һалған саҡта ҡулымды һындырҙым, өс ай яттым, дөрөҫ уңалманы, ти, күпме ҡайғы-хәсрәт кисерһә лә, донъянан йәм табып йәшәй белеүсе яңғыҙ, тол ҡатын.
Яңғыҙ тип, яңғыҙ ҙа түгел ул: әсәй-өләсәй тип өҙөлөп торған балалары һәм 16 ейән-ейәнсәре, 10 бүлә-бүләсәре, хөрмәт иткән ауылдаштары, туғандары бар бит уның. Беҙ килгәндә лә, эргәһендә килене (ейәненең кәләше), ейәндәре, бүләләре өйөрөлөп, ярҙам итешеп йөрөйҙәр ине.
- Нәнәй, беҙ соланды һеперҙек, мунсаға һыу ташыныҡ, тип килеп инделәр, әйткәнде лә көтөп тормайынса бар эште үҙҙәре белеп башҡарыусы бүләләре. Был арала килене сәй табыны хәстәрләй башланы. Балаларҙың шундай уңған булыуы бер һоҡландырһа, ҡаланан ҡайтҡандарҙың да тап-таҙа итеп тик башҡортса ғына һөйләшеүе тағы бер ғәжәпләндерҙе. Ғәжәпләнмәҫлек тә түгел шул, хәҙерге бала-саға, ғәҙәттә, тик русса ғына һөйләшә бит хәҙер.
Әйткәндәй, Нәсимә Мөхәмәт ҡыҙының йыр-моңға булған һәләте балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә һәм бүләбүләсәрҙәренә лә бирелгән.
- Һаман да мейестә икмәк бешергән ауылда берҙән-бер кеше ул. Балаларын йыйып, ҡарға бутҡаһына тип тәбиғәт ҡосағына ла йыш сыға, - тиҙәр уңған хужабикә тураһында ауылдаштары.
Шөкөр, бөгөнгө көндә Нәсимә Ишемғолованың донъяһы түңәрәк. Яҡындары уны яңғыҙ ҡалдырмай, һәр яҡлап ярҙам итә, ихатаһы тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Хоҙай Тәғәлә ошо бәхеттән айырмаһын, бәхетле ҡартлыҡ насип итһен, сәләмәтлек һәр саҡ юлдаш булһын!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.