Даирә
+4 °С
Облачно
Новости
2 Октября , 06:22

Дәүләт наградаларына лайыҡ булдылар!

Өфөнөң “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында республиканың бер төркөм күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Улар араһында беҙҙең райондаштар ҙа бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дәүләт наградаларына лайыҡ булдылар!Дәүләт наградаларына лайыҡ булдылар!
Дәүләт наградаларына лайыҡ булдылар!

Райондың Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы Имза Биктимеров күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы, милли мәҙәниәт йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем алды.

Имза Әхтәм улы 30 йылдан ашыу сәнғәт өлкәһендә эшләй, “Толпар” өлгөлө ҡурайсылар ансамблен етәкләй һәм “Йәйғор” башҡорт халыҡ инструменттары фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы булып тора. Ошо йылдар эсендә ул үҙенең бихисап уҡыусыларын ҡурай серҙәренә өйрәтте, үҙе лә, уҡыусылары ла төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә призлы урындар яуланы.

Прибельский ауылы мәҙәниәт йортонда эшләүсе Дарья Якунина 20 йылдан ашыу мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итә. Ул да был көндө лайыҡлы рәүештә “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемгә эйә булды.

Дарья Владимировна Халыҡ-ара, төбәк һәм республика фестиваль-конкурстарында лауреат исеме яулай. Ул күп йылдар “Прибельские зори” рус йырҙары халыҡ хорының хормейстеры һәм етәксеһе булып тора. Шулай уҡ Дарья Якунина “Хорошие девчата”, “Журавушки”, “Карусель” вокаль ансамблдәрен етәкләй.

Яҡташтарыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә районыбыҙҙы, республикабыҙҙы, илебеҙҙе танытҡан таланттар тәрбиәләү өсөн яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас